Моҡас ауылын (икенсе төрлө Ҡурмыш) шул исемле кеше нигеҙләгән, тиҙәр. Уҙған быуат башында унда ауылға нигеҙ һалыусының улдары – 65 йәшлек Ирәли, Тусали һәм Бирҙәли Моҡасовтар йәшәгән. 1795 йылда – 21 (177 кеше) йорт, 1859 йылда – 44 (280 кеше), 1920 йылда - 50 (240 кеше) өй була.
Моҡас ауылы Атайсал түбәһенә ҡарай. Үткән быуаттың 60-сы йылдарынан ул ауыл йәмғиәтенең үҙәгенә әүерелеп, уға Ысмаҡ, Санъяп, Ҡасҡын ауылдары ҡарай. 1842 йылда 250 кешенең һәр ҡайһыһына 2,6 бот яҙғы ашлыҡ сәселгән (Ә.Әсфәндиәров.Башҡорт ауылдары тарихы).
Төп Моҡас ауылы кешеләре: Бәҙәмшиндар, Юламановтар, Муллабаевтар һәм Йәғәфәровтар.Ҡаран яғында Кама тигән ауыл булған, шул ауылдан Хәйруллиндар һәм Вәлиевтар килеп ултырған.
Моҡас уңған кешеләре менән дан тота. Шундай ғаиләләрҙең береһе – Гөлназ һәм Шамил Әбдрәхимовтар. Гөлназ – Үрге Сирбай ауылы ҡыҙы, Моҡастар уны уңған килен тип белә – аш-һыуға ла, ҡул эштәренә лә оҫта, һөнәре буйынса башланғыс кластар уҡытыусыһы, әлеге көндә декрет ялында. Шамил Ғәбделәхәт улы ла бик егәрле, 2008 йылдан башлап фермерлыҡ менән шөғөлләнә, күпләп һарыҡ малы аҫрай. Уның фермер хужалығы тик торған ерҙән генә барлыҡҡа килмәгән - ғүмер буйы “Исем” совхозында тир түккән атаһы Әхәт ағай 2003 йылда, хаҡлы ялға сыҡҡас башлап ебәрә был эште. Тура һүҙлелеге, сәмселлеге, ҡара тырышлығы менән дан алған ғаилә башлығы иң тәү сиратта балаларын, бигерәк тә улдарын уйлағандыр, нәҫел дауамдарының ерҙә ныҡ баҫып тороуын теләгәндер...
Үҙ эштәрен башларға хәл иткәс, улар үҙҙәренә иң яҡын өлкәне – малсылыҡты һайлайҙар. Ҡуралағы 14 һарыҡтан башлана был ҙур эш. Тирә яҡтан һатып алып, улар һанын яйлап арттыра баралар, бесән-һалам әҙерләү өсөн техника йүнләйҙәр.
Әхәт ағай ҡапыл ғына вафат булғас, ғаиләләге төпсөк ул Шамил төп йөктө үҙ өҫтөнә ала.
Әбдрәхимовтар ғаиләһендә Айгиз, Нияз, Алмаз исемле өс ул һәм Нәзирә исемле ҡурсаҡтай бер ҡыҙ үҫә.