Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Ноябрь 2020, 18:48

Күмәкләгән яу ҡайтарған

Билдәле булыуынса, былтыр Үрге Мөрсәләй ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашып, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең махсус призына лайыҡ булды. Ауыл халҡын дәртләндереү маҡсатында район хакимиәте өҫтәп тағы 100 мең һум бирҙе. Ошо аҡсаларға халыҡ клубҡа ремонт үткәрергә ҡарар итә һәм ныҡлап һыуытҡансы, ҡар ятҡансы ауылдың мәҙәни усағын төҙөкләндереп тә ҡуя. Педагогик хеҙмәт ветераны Гүзәлиә Ҡотлогилдина ҙур эш башҡарып сығыусы мөрсәләйҙәр тураһында бына нимәләрҙе бәйән итә: - Ауылыбыҙ бәләкәй генә булһа ла, ситтән эшселәр эҙләп йөрөмәнек, ауыл старостаһы Азамат Әхмәтйән улы Ҡотлогилдин ир-егеттәрҙе ойоштороп, өмә яһап, клубтың түбәһен яңыртып, стеналарын тышҡы яҡтан тимер материал – профнастил менән көпләп тә ултырттылар. Төҙөлөш материалдарын шәхси эшҡыуар Фәйез Ваһапов килтерһә, ишеген Рамай Миңлеғолов эшләп ҡуйҙы, электрик Ҡасим ағай Исҡужин электр үткәргесте яңынан ҡарап, ремонтлап бирҙе. Өмәлә бөтә ауыл ир-егеттәре ҡатнашты тиергә була. Бына улар: ағалы-ҡустылы Хәйҙәр, Йәнгир Латиповтар, Фәнис, Һағынбай Янгучуковтар, Заһит, Хәсән Әбсәләмовтар, Илшат Булатов, Рәйес, Шамил Абдуллиндар, Хәмит Исҡужин, Рамаҙан, МөхәмәтХолобабаевтар, Марат Исмәғилев, Дамир Мусин, Эльвир Хәйруллин, Рәфил, Азамат Ҡотлогилдиндар, Искәндәр Сәмиғуллин, кейәүе Айрат менән Мансур Латипов, Ришат Байтимеров.

Билдәле булыуынса, былтыр Үрге Мөрсәләй ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашып, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең махсус призына лайыҡ булды. Ауыл халҡын дәртләндереү маҡсатында район хакимиәте өҫтәп тағы 100 мең һум бирҙе. Ошо аҡсаларға халыҡ клубҡа ремонт үткәрергә ҡарар итә һәм ныҡлап һыуытҡансы, ҡар ятҡансы ауылдың мәҙәни усағын төҙөкләндереп тә ҡуя.
Педагогик хеҙмәт ветераны Гүзәлиә Ҡотлогилдина ҙур эш башҡарып сығыусы мөрсәләйҙәр тураһында бына нимәләрҙе бәйән итә:
- Ауылыбыҙ бәләкәй генә булһа ла, ситтән эшселәр эҙләп йөрөмәнек, ауыл старостаһы Азамат Әхмәтйән улы Ҡотлогилдин ир-егеттәрҙе ойоштороп, өмә яһап, клубтың түбәһен яңыртып, стеналарын тышҡы яҡтан тимер материал – профнастил менән көпләп тә ултырттылар. Төҙөлөш материалдарын шәхси эшҡыуар Фәйез Ваһапов килтерһә, ишеген Рамай Миңлеғолов эшләп ҡуйҙы, электрик Ҡасим ағай Исҡужин электр үткәргесте яңынан ҡарап, ремонтлап бирҙе. Өмәлә бөтә ауыл ир-егеттәре ҡатнашты тиергә була. Бына улар: ағалы-ҡустылы Хәйҙәр, Йәнгир Латиповтар, Фәнис, Һағынбай Янгучуковтар, Заһит, Хәсән Әбсәләмовтар, Илшат Булатов, Рәйес, Шамил Абдуллиндар, Хәмит Исҡужин, Рамаҙан, МөхәмәтХолобабаевтар, Марат Исмәғилев, Николай Спасков, Дамир Мусин, Эльвир Хәйруллин, Рәфил, Азамат Ҡотлогилдиндар, Искәндәр Сәмиғуллин, кейәүе Айрат менән Мансур Латипов, Ришат Байтимеров.
Һәр көн эшселәрҙе йылы аш менән һыйлап, сәй эсереп тороусы Тәнзилә Мәүлит ҡыҙы Ҡотлогилдинаға ла оло рәхмәт.
Үрге Мөрсәләй ауылы халҡы ауылдаштарын ошо конкурста ҡатнашырға өндәүсе һәм конкурс барышында күп сараларҙы ойоштороп йөрөүсе Фәймә Миңлейәр ҡыҙы Аҡъюловаға, бәләкәй генә ауылдың башланғысын күтәреп алған район хакимиәте башлығы Ғайса Ғилметдин улы Янбаевҡа, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзиә Рауил ҡыҙы Хөснуллинаға, ауылдағы эштәрҙе күҙ уңында тотоп, дәртләндереп тороусы Күгәрсен ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рафаэль Хәйбулла улы Аллабирҙинға рәхмәтле.
Гел шулай татыу, берҙәм булығыҙ, афарин, мөрсәләйҙәр! Ә яңыртылған мәҙәниәт усағы үҙегеҙгә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен!
Читайте нас: