Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Ноябрь 2020, 20:50

Салауат рухлы Үрге Һаҙҙар!

Театр кейем элгестән башланһа, ауыл ауылға ингән ерҙә үҙенең атамаһы яҙылған стелланан башлана. Уның матур итеп яҙылыуы менән күркәмлеге генә түгел, биҙәлешенә ниндәй мәғәнә һалыныуы ла бик мөһим. Төрлөләре бар бындай яҙыуҙарҙың: ҡайһы бер ерҙә ябай атама ғына, икенсе ерҙә иһә ауылға ҡасан нигеҙ һалыныуы, кем нигеҙ һалыуы хаҡында мәғлүмәттәр күрһәтелә. Ошо көндәрҙә Үрге Һаҙ ауылына ингән ерҙәге стелла яңыртылды һәм үҙенең матурлығы, тәрән мәғәнә һалынғанлығы менән күптәрҙе хайран ҡалдырҙы. - Элеккеһен 2010 йылда “Һаумыһығыҙ ауылдаштар” байрамына ҡуйған инеләр. Беренсе варианты һаҡланмаған, башында ҡурайы һәм ромбтарҙан торған вертикаль орнаменты бар ине. Өсөнсө фоталағы вариант - 2013 йылда яңыртып үҙгәртеп маташтым, тик символикаһы һәм стилизация шул нигеҙҙә ҡалды. Икенсе символ - стрелка аҫҡа ҡарап тора. Был мәғәнәүи яҡтан матур күренеш түгел: ҡылысты йәки штыкты ергә ҡаҙап ҡуйыу үҙеңде ҡол итеп таныуҙы, рухи яҡтан көсһөҙлөктө кәүҙәләндерә. Уҡ, ҡылыс йә һөңгө үргә ҡарап торһа - йәшәүгә, кешелеклелеккә, белемгә ынтылышты аңлата. Иғтибар итһәң, күп стелла һәм монументар шул символикаға бәйле, мәҫәлән, Өфөләге “Дуҫлыҡ монументы”. Үрге Һаҙҙарҙың көслө рухлы булыуын, белемгә, йәшәүгә ынтылышын күрһәтеүсе стелла эшләргә булдыҡ. Материалдар менән ауыл хакимиәте, бағымсылар ярҙам итте: кем аҡса менән, кем техика менән. Постаменттың күп өлөшө йәй көнөндә үк әҙер ине,тик ҡул теймәү сәбәпле, оҙаҡлап ташланыҡ. Ошо көндәрҙә ауыл егеттәре менән өмә ойоштороп, эштәрҙе теүәлләп ҡуйҙыҡ, - ти төп эштәрҙе үҙ иңенә алған рәссам Рәфис Искәндәров. Стелла күҙҙең яуын алырлыҡ, уны һүрәтләп тороу кәрәкмәй – фотола уның нисек килеп сыҡанын үҙегеҙ ҙә күрәһегеҙ. Афарин, Рәфис, афарин, Үрге Һаҙҙар!!!

Театр кейем элгестән башланһа, ауыл ауылға ингән ерҙә үҙенең атамаһы яҙылған стелланан башлана. Уның матур итеп яҙылыуы менән күркәмлеге генә түгел, биҙәлешенә ниндәй мәғәнә һалыныуы ла бик мөһим. Төрлөләре бар бындай яҙыуҙарҙың: ҡайһы бер ерҙә ябай атама ғына, икенсе ерҙә иһә ауылға ҡасан нигеҙ һалыныуы, кем нигеҙ һалыуы хаҡында мәғлүмәттәр күрһәтелә. Ошо көндәрҙә Үрге Һаҙ ауылына ингән ерҙәге стелла яңыртылды һәм үҙенең матурлығы, тәрән мәғәнә һалынғанлығы менән күптәрҙе хайран ҡалдырҙы.
- Элеккеһен 2010 йылда “Һаумыһығыҙ ауылдаштар” байрамына ҡуйған инеләр. Беренсе варианты һаҡланмаған, башында ҡурайы һәм ромбтарҙан торған вертикаль орнаменты бар ине. Өсөнсө фоталағы вариант - 2013 йылда яңыртып үҙгәртеп маташтым, тик символикаһы һәм стилизация шул нигеҙҙә ҡалды. Икенсе символ - стрелка аҫҡа ҡарап тора. Был мәғәнәүи яҡтан матур күренеш түгел: ҡылысты йәки штыкты ергә ҡаҙап ҡуйыу үҙеңде ҡол итеп таныуҙы, рухи яҡтан көсһөҙлөктө кәүҙәләндерә. Уҡ, ҡылыс йә һөңгө үргә ҡарап торһа - йәшәүгә, кешелеклелеккә, белемгә ынтылышты аңлата. Иғтибар итһәң, күп стелла һәм монументар шул символикаға бәйле, мәҫәлән, Өфөләге “Дуҫлыҡ монументы”. Үрге Һаҙҙарҙың көслө рухлы булыуын, белемгә, йәшәүгә ынтылышын күрһәтеүсе стелла эшләргә булдыҡ. Материалдар менән ауыл хакимиәте, бағымсылар ярҙам итте: кем аҡса менән, кем техика менән. Постаменттың күп өлөшө йәй көнөндә үк әҙер ине,тик ҡул теймәү сәбәпле, оҙаҡлап ташланыҡ. Ошо көндәрҙә ауыл егеттәре менән өмә ойоштороп, эштәрҙе теүәлләп ҡуйҙыҡ, - ти төп эштәрҙе үҙ иңенә алған рәссам Рәфис Искәндәров.
Стелла күҙҙең яуын алырлыҡ, уны һүрәтләп тороу кәрәкмәй – фотола уның нисек килеп сыҡанын үҙегеҙ ҙә күрәһегеҙ. Афарин, Рәфис, афарин, Үрге Һаҙҙар!!!
Читайте нас: