Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Ноябрь 2020, 14:30

Һуғыш балалары – тарих яралары

Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән малай-ҡыҙҙар күптән инде сал сәсле инәй-бабайҙар ҡорона ингән. Хәҙер инде улар ҡарт ҡартай, ҡарт өләсәй - ейән-ейәнсәрҙәре генә түгел, бүлә-бүләсәрҙәре лә бар. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: сабый-саҡтан тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп күреп, күпме ыҙалар аша үткәнгәме, улар тормош ауырлығына зарланмай, барына шөкөр итеп йәшәй. Ошо көндәрҙә Сәйетҡол ауылында йәшәүсе Зәлифә Сәйетбатталоваға РФ Коммунистар партияһының “Дети войны” миҙалы тапшырылды. Зәлифә Хәмиҙулла ҡыҙы 1937 йылда Тәүәкән ауылында донъяға килгән. Илебеҙгә фашистар баҫып ингәс, атаһы Хәмиҙулла менән ағаһы Хәлиулла фронтҡа алына. Икеһе лә яраланып ҡайта. Ул ваҡытта 5-6 йәшлек кенә булһа ла, Зәлифә Хәмиҙулла ҡыҙы ағаһының алған яраларынан мандый алмай, ыҙаланып ятып үлгәнен асыҡ хәтерләй.- Һуғыштан һуң датормош шунда уҡ ал да гөл булып китмәне. Беҙҙе үлән менән картуф ҡына ҡотҡарҙы, - ти ул.

Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән малай-ҡыҙҙар күптән инде сал сәсле инәй-бабайҙар ҡорона ингән. Хәҙер инде улар ҡарт ҡартай, ҡарт өләсәй - ейән-ейәнсәрҙәре генә түгел, бүлә-бүләсәрҙәре лә бар.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: сабый-саҡтан тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп күреп, күпме ыҙалар аша үткәнгәме, улар тормош ауырлығына зарланмай, барына шөкөр итеп йәшәй.
Ошо көндәрҙә Сәйетҡол ауылында йәшәүсе Зәлифә Сәйетбатталоваға РФ Коммунистар партияһының “Дети войны” миҙалы тапшырылды.
Зәлифә Хәмиҙулла ҡыҙы 1937 йылда Тәүәкән ауылында донъяға килгән. Илебеҙгә фашистар баҫып ингәс, атаһы Хәмиҙулла менән ағаһы Хәлиулла фронтҡа алына. Икеһе лә яраланып ҡайта. Ул ваҡытта 5-6 йәшлек кенә булһа ла, Зәлифә Хәмиҙулла ҡыҙы ағаһының алған яраларынан мандый алмай, ыҙаланып ятып үлгәнен асыҡ хәтерләй.
- Һуғыштан һуң датормош шунда уҡ ал да гөл булып китмәне. Беҙҙе үлән менән картуф ҡына ҡотҡарҙы, - ти ул.
Зәлифә Хәмиҙулла ҡыҙы 18 йәшендә Сәйетҡол ауылы егете Байрамғәлигә кейәүгә сығып, 5 бала үҫтергән, оҙаҡ йылдар “Исем” совхозында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Бөгөн уның 11 ейән-ейәнсәре, 7 бүлә-бүләсәре бар.
“Ғүмер - тупһанан түргә уҙған ара ғына ул, тиһәләр, аптырай торғайныҡ элек. Ысынлап та шулай икән, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп ятҡан саҡ кисә генә кеүек тойолһа ла, йәшлек генә түгел, типһә тимер өҙөрлөк саҡтар ҙа “һә” тигәнсә үткән дә киткән икән. Хәҙер инде балалар, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығына һөйөнөп, һәр көнгә шөкөр итеп йәшәргә ҡала”, - ти һуғыш балаһы.
Читайте нас: