Миңнулла ӘЛИМҒОЛОВ, БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы:
- Тормош – ул ҙур йорт. Уның ишеген асып инеү өсөн белем тигән асҡыс кәрәк. Ул асҡыс – матбуғат. Гәзиттең һәр бер һанын көтөп алам, ентекләп уҡып сығам. Ҡайһы бер мәҡәләләрҙе ауылдаштарға ла күрһәтәм, бына ошонан өлгө йә ғибрәт алырға кәрәкм, тим.
Бер мәктәптә булғайным. “Уҡытыусылар гәзит-журнал алдырамы?”- тип һорайым директорҙан. “Ундай мәсьәләләр менән шөғөлләнгәнем юҡ”, - ти был. Нисек инде, уҡытыусы булып тороп та гәзит-журнал уҡыма –башҡа һыйырлыҡ түгел был!
Мәғариф ойошмалары етәкселәренә бер теләгемде әйтер инем: иң тәүҙә уҡытыусыларҙың матбуғатҡа ниндәй ҡарашта булыуына иғтибар итергә кәрәк. Гәзит-журнал алдырып уҡымаған педагог балаларға ниндәй төплө белем бирә алһын инде?!
"Башҡортостан" гәзитенән.