Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Ноябрь 2020, 11:56

Ыласындай егеткә - мәртәбәле награда

Илебеҙҙең ниндәй генә мөйөштәрендә хәрби бурысын үтәмәһендәр, ауыл эшендә, әүҙем спорт тормошонда сынығып үҫкән ыласындай егеттәребеҙ һис һынатмай. Бына әле күптән түгел генә урындағы хәрби комиссариатҡа ҡыуаныслы хәбәр килеп төштө. Мәскәү өлкәһендә һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүсе Мораҡ ауылы егете – Артур Рафиҡов хәрби бурысын намыҫлы үтәгәне өсөн РФ Оборона министрлығының “За отличие” түш билдәһе менән бүләкләнгән!

Илебеҙҙең ниндәй генә мөйөштәрендә хәрби бурысын үтәмәһендәр, ауыл эшендә, әүҙем спорт тормошонда сынығып үҫкән ыласындай егеттәребеҙ һис һынатмай.
Бына әле күптән түгел генә урындағы хәрби комиссариатҡа ҡыуаныслы хәбәр килеп төштө. Мәскәү өлкәһендә һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүсе Мораҡ ауылы егете – Артур Рафиҡов хәрби бурысын намыҫлы үтәгәне өсөн РФ Оборона министрлығының “За отличие” түш билдәһе менән бүләкләнгән!
Өфө медицина колледжын тамамлаған Артур Ғәзим улы үткән йылдың ноябрендә армияға алынды. “Учебка”ны Омск ҡалаһында үтә. Элемтәсегә уҡый, медсанчаста фельдшер ярҙамсыһы булып, колледжда туплаған белемен практикала күрһәтә. Физик яҡтан ныҡлы әҙерлеге, һәр яҡлап юғары күрһәткестәре өсөн Маҡтау грамотаһына лайыҡ була.
Артабан хәрби хеҙмәтен Мәскәү яғында һауа-десант ғәскәрҙәрендә дауам итеп, парашюттан һикереүҙә, норматив тапшырыуҙа алдынғылыҡты бирмәй, үҙен дисциплиналы, перспективалы, ышаныслы Ватан һаҡсыһы итеп күрһәтә. Һәм хаҡлы рәүештә юғары наградаға эйә була.
Контракт менән хәрби хеҙмәтен дауам итәме, тыуып-үҫкән төбәгенә ҡайтып медицина өлкәһен һайлаймы... – ныҡлы ҡарарға килмәгән әле һалдат.
- Ҡайһы юлды һайлаһа ла, үҙ иркендә. Бары тик донъялар имен булып, балаларҙан ата-әсәләргә гел ҡыуаныслы хәбәрҙәр килеп торһон, - ти бөркөттәй ул үҫтергән Гөлгөнә менән Ғәзим Рафиҡовтар.
Читайте нас: