Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Ноябрь 2020, 18:55

Клара менән Мансур Байғазаковтар

#Трезвоесело2020#Айыкауыл2020#Кугарчинскийрайон#Исимовскийсельсовет#деревняСалиховоСәлих ауылы халҡы тураһында һоҡланып һөйләгән Клара Байғазаҡова үҙе лә матур ғаиләгә килен булып төшкән. Тормош иптәше Мансур ағай Афған һуғышында ҡатнаша, уның атаһы Мырҙағәле Сәфәрғәле улы иһә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны була, яуҙағы батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә; әсәһе Маһира инәй - тыл ветераны, 13 йәшенән генә колхоз эшенә егелә.- Ҡәйнәм менән 20 йыл бергә торҙоҡ. Беҙҙең балаларҙы ҡарашты, өй эсендә күҙ-ҡолаҡ булып ултырыуҙарын һағынам, - ти Клара ҡайны-ҡәйнәһе тураһында. Байғазаҡовтар өс балаға ғүмер һәм тәрбиә биргән. Ҡыҙҙары Гүзәлиә хәҙер үҙе тормошта, Мәләүездә торалар. Уртансы улдары Илназ яңыраҡ әрме хеҙмәтенә алынған, төпсөктәре Надир 6-сы класта уҡый.

Сәлих ауылы халҡы тураһында һоҡланып һөйләгән Клара Байғазаҡова үҙе лә матур ғаиләгә килен булып төшкән. Тормош иптәше Мансур ағай Афған һуғышында ҡатнаша, уның атаһы Мырҙағәле Сәфәрғәле улы иһә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны була, яуҙағы батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә; әсәһе Маһира инәй - тыл ветераны, 13 йәшенән генә колхоз эшенә егелә.
- Ҡәйнәм менән 20 йыл бергә торҙоҡ. Беҙҙең балаларҙы ҡарашты, өй эсендә күҙ-ҡолаҡ булып ултырыуҙарын һағынам, - ти Клара ҡайны-ҡәйнәһе тураһында.
Байғазаҡовтар өс балаға ғүмер һәм тәрбиә биргән. Ҡыҙҙары Гүзәлиә хәҙер үҙе тормошта, Мәләүездә торалар. Уртансы улдары Илназ яңыраҡ әрме хеҙмәтенә алынған, төпсөктәре Надир 6-сы класта уҡый.
Читайте нас: