Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Ноябрь 2020, 17:57

Бөгөнгө көн бик ҡәҙерле миңә

Бөгөнгө көн бик ҡәҙерле миңә, Үҙ йортом бар ҡайтып инергә. Ишегемде асып инеү менән, Өҫтәлем бар икмәк телергә. Йөрәгемдә булған наҙҙарымды, Ҡәҙерлем бар бүлеп бирергә. Өҫтәл тулы тәмле-татлы ризыҡ, Өйөм нурлы, күңелем ихластан. Күршеләрем инә хәл һорашып, Балалар менән тулы ихатам. Был бәхетте миңә биргән өсөн, Рәхмәтлемен һиңә мин, Аллам! Бәхет өсөн миңә күп кәрәкмәй, Кәрәк бары ғаиләм ныҡлығы. Мөхәббәтле ныҡлы ғаиләлә, Балалар ҙа үҫә тәүфиҡлы. Шул бәхеттән мине мәхрүм итмә, Бир һин, Хоҙай, ныҡлы һаулыҡты! Г. Нәбиуллина.

Бөгөнгө көн бик ҡәҙерле миңә,
Үҙ йортом бар ҡайтып инергә.
Ишегемде асып инеү менән,
Өҫтәлем бар икмәк телергә.
Йөрәгемдә булған наҙҙарымды,
Ҡәҙерлем бар бүлеп бирергә.

Өҫтәл тулы тәмле-татлы ризыҡ,
Өйөм нурлы, күңелем ихластан.
Күршеләрем инә хәл һорашып,
Балалар менән тулы ихатам.
Был бәхетте миңә биргән өсөн,
Рәхмәтлемен һиңә мин, Аллам!

Бәхет өсөн миңә күп кәрәкмәй,
Кәрәк бары ғаиләм ныҡлығы.
Мөхәббәтле ныҡлы ғаиләлә,
Балалар ҙа үҫә тәүфиҡлы.
Шул бәхеттән мине мәхрүм итмә,
Бир һин, Хоҙай, ныҡлы һаулыҡты!

Г. Нәбиуллина.
Читайте нас: