Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Ноябрь 2020, 12:47

Сәлихтар - айыҡлыҡ өсөн

“Айыҡ ауыл-2020” республика бәйгеһенең район этабы тамамланыуға табан бара. Йәмғиәтебеҙҙе айыҡ тормош алып барыуға әйҙәгән, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған был сарала беҙҙән 67 ауыл ҡатнаша. Сәлих ауылы иһә айырыуса әүҙемлеге менән һоҡландыра. Бәләкәй төбәктәр шулай берҙәмлеге менән алдыра ла инде. Сәлих – Эйек менән Наҡаҫ йылғаһы ҡушылған ерҙә ултырған Исем ауыл биләмәһенә ҡараған башҡорт ауылдарының береһе. Уның тарихы 1816 йылға барып тоташа. Ул ваҡытта унда 6 йорт-ихата иҫәпләнгән. 10-сы ревизия үткән осорҙа 27 йортта 139 кеше йәшәгәнлеген билдәле. 1920 йылға инде йорттар һаны 35-кә етеп, 195 кеше теркәлгән. Бөгөн ауылда барлығы 31 өйҙә 82 кеше йәшәй. Төп нәҫелде Сәлиховтар, Байғазаҡовтар фамилияһы тәшкил итә. Халыҡ башлыса малсылыҡ, ҡошсолоҡ, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә, эргә-тирәләге ҙур ауылдарға йөрөп эшләйҙәр.

“Айыҡ ауыл-2020” республика бәйгеһенең район этабы тамамланыуға табан бара. Йәмғиәтебеҙҙе айыҡ тормош алып барыуға әйҙәгән, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған был сарала беҙҙән 67 ауыл ҡатнаша. Сәлих ауылы иһә айырыуса әүҙемлеге менән һоҡландыра. Бәләкәй төбәктәр шулай берҙәмлеге менән алдыра ла инде.
Сәлих – Эйек менән Наҡаҫ йылғаһы ҡушылған ерҙә ултырған Исем ауыл биләмәһенә ҡараған башҡорт ауылдарының береһе. Уның тарихы 1816 йылға барып тоташа. Ул ваҡытта унда 6 йорт-ихата иҫәпләнгән. 10-сы ревизия үткән осорҙа 27 йортта 139 кеше йәшәгәнлеген билдәле. 1920 йылға инде йорттар һаны 35-кә етеп, 195 кеше теркәлгән.
Бөгөн ауылда барлығы 31 өйҙә 82 кеше йәшәй. Төп нәҫелде Сәлиховтар, Байғазаҡовтар фамилияһы тәшкил итә. Халыҡ башлыса малсылыҡ, ҡошсолоҡ, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә, эргә-тирәләге ҙур ауылдарға йөрөп эшләйҙәр.
Читайте нас: