Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Ноябрь 2020, 14:11

Оҫта ҡуллы Тәлғәт ағай

Клара БАЙҒАЗАКОВА, Сәлих ауылы килене:- Ауылыбыҙ үҙенә күрә оло бер ғаилә һымаҡ. Татыу,эшсән, берҙәм һәм изге башланғысҡа дәррәү күтәрелергә әҙер торған дан кешеләр йәшәй. Шуныһы ҡыуаныслы, йәштәр ситкә китергә атлығып тормай, ауылда ҡалырға тырыша, йылдан-йыл матур йорттар ҡалҡып сыға. Һәр береһе тырышып, бынамын тигән донъя көтә, балалар үҫтерәләр, мал-тыуар аҫрайҙар. Эшһеҙҙәр юҡ тип әйтер инем, һәр кемдең үҙ шөғөлө бар. Кемдер үҙенең баҡсасылығы менән, кемдер умартасылығы менән, кемдер ҡул эштәре менән дан тота. Ауылымдың уңған кешеләренең береһе Сәлихов Тәлғәт Хөснулла улының ҡулынан килмәгән һөнәре юҡ. Яңыраҡ уның тураһында “Мораҙым” гәзитендә мәҡәлә лә баҫылып сыҡты. Ул һөнәре буйынса уҡытыусы, ҡул эштәренә лә оҫта. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҘ тигәндәй, уның ҡулында ябай тимер ҙә семәрле биҙәккә әүерелә. Биҙәп яһалған тимер ҡапҡа, йорт эргәһендәге эскәмйә лә, бесән сабыу өсөн кәрәк-яраҡтары, тағылмалар, өй мебеле, хатта тротуар плиткаларын да үҙ ҡулдары менән һуға

Клара БАЙҒАЗАКОВА, Сәлих ауылы килене:
- Ауылыбыҙ үҙенә күрә оло бер ғаилә һымаҡ. Татыу,эшсән, берҙәм һәм изге башланғысҡа дәррәү күтәрелергә әҙер торған дан кешеләр йәшәй.
Шуныһы ҡыуаныслы, йәштәр ситкә китергә атлығып тормай, ауылда ҡалырға тырыша, йылдан-йыл матур йорттар ҡалҡып сыға. Һәр береһе тырышып, бынамын тигән донъя көтә, балалар үҫтерәләр, мал-тыуар аҫрайҙар. Эшһеҙҙәр юҡ тип әйтер инем, һәр кемдең үҙ шөғөлө бар. Кемдер үҙенең баҡсасылығы менән, кемдер умартасылығы менән, кемдер ҡул эштәре менән дан тота.
Ауылымдың уңған кешеләренең береһе Сәлихов Тәлғәт Хөснулла улының ҡулынан килмәгән һөнәре юҡ. Яңыраҡ уның тураһында “Мораҙым” гәзитендә мәҡәлә лә баҫылып сыҡты. Ул һөнәре буйынса уҡытыусы, ҡул эштәренә лә оҫта. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҘ тигәндәй, уның ҡулында ябай тимер ҙә семәрле биҙәккә әүерелә. Биҙәп яһалған тимер ҡапҡа, йорт эргәһендәге эскәмйә лә, бесән сабыу өсөн кәрәк-яраҡтары, тағылмалар, өй мебеле, хатта тротуар плиткаларын да үҙ ҡулдары менән һуға.
Читайте нас: