Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Ноябрь 2020, 12:49

ҠАРҘАР ЯУА

Мамыҡ ҡына булып ҡарҙар яуа,Елбәҙәкләп төшә еремә..Күктән төшкән һәр бер бөртөгөндәҠабатланмаҫ биҙәк күренә. Аҡ күбәләк булып осоп уйнапКилеп ҡуна улар ҡулдарға,Ап-аҡ ҡына мамыҡ юрған булыпТүшәләләр барған юлдарға.. Ҡар бөртөгөн ҡулдарыма алдымҺоҡланайым тиеп үҙенә.. Эрене лә ҡулым йылыһынаТамсы тамды минең эҙемә.Фәүзиә Ҡотлогилдина.

Мамыҡ ҡына булып ҡарҙар яуа,
Елбәҙәкләп төшә еремә..
Күктән төшкән һәр бер бөртөгөндә
Ҡабатланмаҫ биҙәк күренә.
Аҡ күбәләк булып осоп уйнап
Килеп ҡуна улар ҡулдарға,
Ап-аҡ ҡына мамыҡ юрған булып
Түшәләләр барған юлдарға..
Ҡар бөртөгөн ҡулдарыма алдым
Һоҡланайым тиеп үҙенә..
Эрене лә ҡулым йылыһына
Тамсы тамды минең эҙемә.
Фәүзиә Ҡотлогилдина.
Читайте нас: