Мораҙым
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Ноябрь 2020, 12:49

Республикала һауа температураһы 12-17 градусҡа тиклем түбәнәйә

Алдағы өс көндә Башҡортостанда һауа температураһы урыны менән 12-17 градусҡаса түбәнәйә, тип хәбәр иттеләр республика синоптиктары.

Алдағы өс көндә Башҡортостанда һауа температураһы урыны менән 12-17 градусҡаса түбәнәйә, тип хәбәр иттеләр республика синоптиктары.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, шишәмбе республикала көн болотло була. Көндөҙ бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан секундына 9-14 метр.
Һауа температураһы көндөҙ — плюс 1-ҙән минус 4 градусҡа тиклем.
Шаршамбы йәнә бер аҙ ҡар, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын.
Һауа температураһы төндә — 3-8 градус һалҡын, көндөҙ — минус 4-тән плюс 1 градусҡаса.
Кесаҙна бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын.
Һауа температураһы төндә — минус 5-10 градус, аяҙытҡанда 12-17 градусҡаса һыуыҡ. Көндөҙ — минус 1-6 градус.
Читайте нас: