Мораҙым
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Ноябрь 2020, 14:21

Ир ҡанаты ат булыр

Ҡарап туймаҫлыҡ матур ҡиәфәтле, аҡыллы, хужаһына тоғро аттар кемдәрҙе генә һоҡландырмай икән?! Был ғәжәйеп йән эйәләре бураһында халҡыбыҙ күпме йырҙар сығарған, күпме шиғырҙар бағышлаған, мәҡәл-әйтемдәр уйлап тапҡан! Ҡырағай атты әҙәм заты ҡулға эйәләштергәне бирле ул - уның торғо дуҫы, яуҙа -яуҙаш, донъя көткәндә –ярҙамсыһы. Йылҡысылыҡ борон-борондан халҡыбыҙҙың төп кәсептәренең береһе булып торған. Шуныһы ҡыуаныслы: был тармаҡ бөгөнгө көндә лә киң таралған. Элегерәк һәр башҡорт ғаиләһендә ат булған, ирмен тигән ир-егетте атһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ауыр булған.Хәйер, ата-бабаларыбыҙҙың милли кәсебен дауам итеүселәр бөгөн дә бар. Шундайҙарҙың береһе – Хоҙайбирҙин ауылында йәшәгән Зәйнулла ағай Байғазин. Башҡорт тоҡомло аттарҙы уҙаман 2012 йылда Әбйәлил районынан алып ҡайта. Йәй буйы ҡырҙа йөрөп өйрәнгән ул аттар ҙа. Ҡышҡыһын да башлыса тибенлектә йөрөй.- Ҡымыҙ өсөн алып ҡайтҡайным. Йылына бер нисә баш йылҡыны һуйып һатһаң аҡсаһы ла була, таҙа ерҙә үҫкән, таҙа үлән, таҙа һоло ашап өлгөргән мал итен һораусылар ҙа күп. Балаларға ла ярҙам итәбеҙ, ит ауылдан китеп тора, һатып алмайҙар. Үҙ ихатабыҙҙа үҫтергән малдың ите лә таҙа, татлы була бит. Бер ауырлығын да күрмәйбеҙ, ҡул ҡаушырып ултырырға ваҡыт та юҡ, - ти уҙаман. Улар тураһындағы мәҡәләне гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ.

Ҡарап туймаҫлыҡ матур ҡиәфәтле, аҡыллы, хужаһына тоғро аттар кемдәрҙе генә һоҡландырмай икән?! Был ғәжәйеп йән эйәләре бураһында халҡыбыҙ күпме йырҙар сығарған, күпме шиғырҙар бағышлаған, мәҡәл-әйтемдәр уйлап тапҡан! Ҡырағай атты әҙәм заты ҡулға эйәләштергәне бирле ул - уның торғо дуҫы, яуҙа -яуҙаш, донъя көткәндә –ярҙамсыһы. Йылҡысылыҡ борон-борондан халҡыбыҙҙың төп кәсептәренең береһе булып торған. Шуныһы ҡыуаныслы: был тармаҡ бөгөнгө көндә лә киң таралған. Элегерәк һәр башҡорт ғаиләһендә ат булған, ирмен тигән ир-егетте атһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ауыр булған.
Хәйер, ата-бабаларыбыҙҙың милли кәсебен дауам итеүселәр бөгөн дә бар. Шундайҙарҙың береһе – Хоҙайбирҙин ауылында йәшәгән Зәйнулла ағай Байғазин. Башҡорт тоҡомло аттарҙы уҙаман 2012 йылда Әбйәлил районынан алып ҡайта. Йәй буйы ҡырҙа йөрөп өйрәнгән ул аттар ҙа. Ҡышҡыһын да башлыса тибенлектә йөрөй.
- Ҡымыҙ өсөн алып ҡайтҡайным. Йылына бер нисә баш йылҡыны һуйып һатһаң аҡсаһы ла була, таҙа ерҙә үҫкән, таҙа үлән, таҙа һоло ашап өлгөргән мал итен һораусылар ҙа күп. Балаларға ла ярҙам итәбеҙ, ит ауылдан китеп тора, һатып алмайҙар. Үҙ ихатабыҙҙа үҫтергән малдың ите лә таҙа, татлы була бит. Бер ауырлығын да күрмәйбеҙ, ҡул ҡаушырып ултырырға ваҡыт та юҡ, - ти уҙаман.
Улар тураһындағы мәҡәләне гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ.
Читайте нас: