Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Ноябрь 2020, 18:27

Башҡортостанда коронавирус пандемияһы башланғандан һуң ҡаты спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙың артыуы күҙәтелә

«Донъя һәм Рәсәй матбуғатында баҫылған мәҡәләләр күрһәтеүенсә, кешеләр ҡаты спиртлы эсемлектәрҙе күберәк ҡуллана башлаған. Республикабыҙҙа ла тикшереү үткәрҙек. Уҙған йыл менән сағыштырғанда был күрһәткес 11% алып 30% тиклем арта бара. Әле үк беҙҙең диспансерҙа буш урындар юҡ тип әйтергә мөмкин, шуны иҫәпкә алғанда, был беҙҙе хәүефкә һалмай ҡалмай», — тип билдәләй 2-се республика наркодиспансерының баш табибы, психиатр-нарколог Азат Әсәҙуллин.

«Донъя һәм Рәсәй матбуғатында баҫылған мәҡәләләр күрһәтеүенсә, кешеләр ҡаты спиртлы эсемлектәрҙе күберәк ҡуллана башлаған. Республикабыҙҙа ла тикшереү үткәрҙек. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, уртаса 11% алып 30% тиклем арта бара. Әле үк беҙҙең диспансерҙа буш урындар юҡ тип әйтергә мөмкин, шуны иҫәпкә алғанда, был беҙҙе хәүефкә һалмай ҡалмай», — тип билдәләй 2-се республика наркодиспансерының баш табибы, психиатр-нарколог Азат Әсәҙуллин.

Уның фекеренсә, был тәү сиратта пандемия ваҡытында хәүефлелек кимәленең юғары булыуына бәйле. Алкоголдең «файҙа»һы тураһында күпләп таратылған ялған хәбәрҙәр ҙә кире роль уйнай.

«Ысынында был улай түгел. Алкоголь иммунитетты ҡаҡшата. Ул коронавирус йоҡтороу хәүефен кәметә алған фактор булып тормай.

Ярҙам һорап магазинға түгел, ә белгестәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк
Читайте нас в