Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Ноябрь 2020, 14:43

Сынтимер ҡарт нәҫеле

Райондың иң күркәм, төҙөк ауылдарының береһе булған Хоҙайбирҙин эшсән, хеҙмәт һөйгән, егәрле, уңған, тырыш халҡы менән дә данлана.Төп нәҫелде бында Хоҙайбирҙиндар, Байғазиндар, Әмировтар тәшкил итә. Ошо арҙаҡлы нәҫелдең бер сыбыҡ осо Сынтимер ҡарт була. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Уның вафатына быйыл 31 йыл тулған, әбейе Зәкиә инәй ҡартынан ҡалып байтаҡ йәшәгәс, бынан ете йыл элек күсә баҡыйлыҡҡа. Бына ошо абруйлы башҡорт ғаиләһендә тәрбиә алған балалар бөгөн ысын мәғәнәһендә ата-әсәһенең әйткән-биргәнен һеңдереп, тормош юлында уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, әҙәпле, тәуфиҡлы балалар үҫтереп, үҙҙәре хәҙер ҡартатай-өләсәй булып, олоһона ла, йәштәренә лә үрнәк булып йәшәйҙәр.Оло улдары Ғәли ағай ғына юҡ. Шулай ҙа туғанлыҡ ептәре ныҡлы, уның ҡатыны Рәсилә апай өлкән еңгә булып, кәңәш-төңәшен биреп, ҡәйнеш -бикәстәренә ярҙам итеп йәшәй. Һүрәттә: Сынтимерт ҡарттың уландары.

Райондың иң күркәм, төҙөк ауылдарының береһе булған Хоҙайбирҙин эшсән, хеҙмәт һөйгән, егәрле, уңған, тырыш халҡы менән дә данлана.
Төп нәҫелде бында Хоҙайбирҙиндар, Байғазиндар, Әмировтар тәшкил итә. Ошо арҙаҡлы нәҫелдең бер сыбыҡ осо Сынтимер ҡарт була. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Уның вафатына быйыл 31 йыл тулған, әбейе Зәкиә инәй ҡартынан ҡалып байтаҡ йәшәгәс, бынан ете йыл элек күсә баҡыйлыҡҡа.
Бына ошо абруйлы башҡорт ғаиләһендә тәрбиә алған балалар бөгөн ысын мәғәнәһендә ата-әсәһенең әйткән-биргәнен һеңдереп, тормош юлында уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, әҙәпле, тәуфиҡлы балалар үҫтереп, үҙҙәре хәҙер ҡартатай-өләсәй булып, олоһона ла, йәштәренә лә үрнәк булып йәшәйҙәр.
Оло улдары Ғәли ағай ғына юҡ. Шулай ҙа туғанлыҡ ептәре ныҡлы, уның ҡатыны Рәсилә апай өлкән еңгә булып, кәңәш-төңәшен биреп, ҡәйнеш -бикәстәренә ярҙам итеп йәшәй.
Читайте нас: