Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Ноябрь 2020, 15:00

Сифатлы ризыҡ

"Сифатлы ризыҡ ул, минеңсә, ябай, таҙа аҙыҡ-түлек. Сифатлы - ҡиммәт тигәнде аңлатмай бит. Үҙ ихатаңда һыу ғына һибеп үҫтергән емеш-еләк, йәшелсә, таҙа, иркен ҡыр бесәнен генә ашатып аҫралған мал ағы, йылҡы ите, таҙа, саф һыулы йылға буйында ғына үҫкән өйрәк-ҡаҙ ите, йылға балығы һәм башҡа, һәм башҡа. Һанай китһәң, күп улар. Ваҡытында беҙ, кешеләр, аҙыҡ-түлек модаһы артынан ҡыуып тием микән, магазинда нимә ҡиммәт, нимә ят – шуны алырға тырыша инек. Йәнәһе, бына, “кеҫә яғы мул”, “нимә теләйем – шуны ашайым”. Әммә йылдар үтә килә барыбер ҙә үҙ асылыбыҙға бер ни тиклем ҡайттыҡ. Әйтәйек, ауыл ризығына. Ҡомалаҡ әсеткеһендә генә бешерелгән икмәк, бер нәмә лә ҡушылмаған ауыл ҡаймағы, майы, ҡорото, эремсеге, ҡатығы, һары майы, балы, талҡаны, ҡаҙы-ялы, ҡымыҙы, айраны – барыһы ла иң сифатлы, иң яҡшы ризыҡ икәнлеген белдек. Борон ата-бабаларыбыҙҙың сараһыҙлыҡтан ашаған тәғәмдәре ысын мәғәнәһендә иң яҡшы аҙык-түлек булғанлығын хәҙер аңлайбыҙ. Ҡурмас ҡурып, ҡатыҡҡа болғап эскәндәр. Хәҙер ана шул нутрицологтар кефирға көрпә-оторбо ҡушып эсергә тәҡдим итә. Кешеләр магазин кәштәләрендәге йылтырауыҡ ярлыҡтарҙан туйҙы, тәбиғилеккә ынтыла, шул уҡ туҡланыу ғөрөф-ғәҙәттәренә тартыла. Милли йәһәттән генә алғанда да туҡланыу үҙенсәлектәре һәр халыҡтыҡы төрлөсә. Йылы яҡта йәшәгәндәр емеш-еләкһеҙ тора алмаған һымаҡ, башҡорт та ҡаҙы-ялыһыҙ туҡ булмай. Тимәк, сифат тигәндә беҙ нимәгә иғтибар итергә тейешбеҙ? Милләт асылына. Сифат менән милләт асылы – икеһе бер тамырҙан".

Һуңғы бер нисә йылда ғына халыҡ үҙ һаулығына, сәләмәтлегенә иғтибарын күпкә арттырҙы. Спорт менән шөғөлләнһенме, организмын таҙартһынмы, махсус диеталар тотһонмо, экологик ризыҡ һайлаһынмы, кейем-һалым һайлағанда ла тәбиғи туҡымаларға өҫтөнлөк бирә – бар яҡлап та сәләмәт тормош алып барырға ынтыла. Хатта нутрицолог тигән яңы һөнәр ҙә барлыҡҡа килде заманына күрә. Ул дөрөҫ туҡланыу буйынса белгес. Ә нимә һуң ул дөрөҫ туҡланыу, сифатлы ризыҡ? Ғөмүмән, сифат төшөнсәһен нисек аңлайһығыҙ?
Әхтәм ағай:
- Сифатлы ризыҡ ул, минеңсә, ябай, таҙа аҙыҡ-түлек. Сифатлы - ҡиммәт тигәнде аңлатмай бит. Үҙ ихатаңда һыу ғына һибеп үҫтергән емеш-еләк, йәшелсә, таҙа, иркен ҡыр бесәнен генә ашатып аҫралған мал ағы, йылҡы ите, таҙа, саф һыулы йылға буйында ғына үҫкән өйрәк-ҡаҙ ите, йылға балығы һәм башҡа, һәм башҡа. Һанай китһәң, күп улар.
Ваҡытында беҙ, кешеләр, аҙыҡ-түлек модаһы артынан ҡыуып тием микән, магазинда нимә ҡиммәт, нимә ят – шуны алырға тырыша инек. Йәнәһе, бына, “кеҫә яғы мул”, “нимә теләйем – шуны ашайым”. Әммә йылдар үтә килә барыбер ҙә үҙ асылыбыҙға бер ни тиклем ҡайттыҡ. Әйтәйек, ауыл ризығына. Ҡомалаҡ әсеткеһендә генә бешерелгән икмәк, бер нәмә лә ҡушылмаған ауыл ҡаймағы, майы, ҡорото, эремсеге, ҡатығы, һары майы, балы, талҡаны, ҡаҙы-ялы, ҡымыҙы, айраны – барыһы ла иң сифатлы, иң яҡшы ризыҡ икәнлеген белдек.
Борон ата-бабаларыбыҙҙың сараһыҙлыҡтан ашаған тәғәмдәре ысын мәғәнәһендә иң яҡшы аҙык-түлек булғанлығын хәҙер аңлайбыҙ. Ҡурмас ҡурып, ҡатыҡҡа болғап эскәндәр. Хәҙер ана шул нутрицологтар кефирға көрпә-оторбо ҡушып эсергә тәҡдим итә. Кешеләр магазин кәштәләрендәге йылтырауыҡ ярлыҡтарҙан туйҙы, тәбиғилеккә ынтыла, шул уҡ туҡланыу ғөрөф-ғәҙәттәренә тартыла. Милли йәһәттән генә алғанда да туҡланыу үҙенсәлектәре һәр халыҡтыҡы төрлөсә. Йылы яҡта йәшәгәндәр емеш-еләкһеҙ тора алмаған һымаҡ, башҡорт та ҡаҙы-ялыһыҙ туҡ булмай. Тимәк, сифат тигәндә беҙ нимәгә иғтибар итергә тейешбеҙ? Милләт асылына. Сифат менән милләт асылы – икеһе бер тамырҙан.
Читайте нас: