Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Ноябрь 2020, 17:51

Республикала кафе-ресторандарҙың эше төнгө 12-гә тиклем оҙайтылды

Башҡортостанда ресторан, бар, кафе һәм фуд-корттарҙың эше ярты төнгә тиклем оҙайтылды.

Башҡортостанда ресторан, бар, кафе һәм фуд-корттарҙың эше ярты төнгә тиклем оҙайтылды.
23 октябрҙән «Юғары әҙерлек» тәртибен индереү тураһында указға үҙгәрештәргә ярашлы, кафе-ресторандарға, юл буйы сервисы объекттарынан тыш, төндә эшләү тыйылды. Улар өсөн таңғы 6-нан төнгө 11-гә хәтлем эшләү тәртибе билдәләнгәйне. Сара республикала коронавирус инфекцияһы буйынса эпидемиологик хәлдең ҡатмарлашыуына бәйле индерелде.
Эшҡыуарлыҡ вәкилдәренең мөрәжәғәте буйынса, властарҙың ҡарары менән дөйөм туҡланыу урындарының эш тәртибе тағы бер сәғәткә оҙайтылды. Хәҙер улар таңғы 6-нан төнгө 12-гә хәтлем эшләргә мөмкин.
Читайте нас: