Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Ноябрь 2020, 17:46

Республикала бәлиғ булмағандарға сауҙа үҙәктәренә барыу сикләнде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бәлиғ булмағандар өсөн яңы сикләү индерҙе. Республиканың яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына ҡаршы көрәш буйынса оператив штабы менән берлектә 18 йәше тулмаған балаларҙы сауҙа үҙәктәренә индермәҫкә тигән ҡарар ҡабул ителде.

«Ата-әсәһеҙ йәки опекунһыҙ унда ни эшләп йөрөмәк кәрәк , — тип белдерҙе Радий Хәбиров хөкүмәттә уҙған кәңәшмәлә. – Сөнки беҙҙә сауҙа үҙәктәре ял итеп йөрөү урындарына әүерелә, унда ниндәй генә хәлдәр булмай».
Республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына ошо ҡағиҙәнең үтәлешен күҙәтеү бурысы йөкмәтелде.
Читайте нас: