Үткән аҙнала Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто белгестәре, республика һәм район баҫмалары мөхәррирҙәре һәм журналистары ҡатнашлығында “Милли матбуғат – Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәтен һәм телдәрен һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә мөһим фактор” тип аталған практик семинар үтте.
Унда Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина, Филология фәндәре докторы, профессор Фәнил Тимерйән улы Күзбәков, филология фәндәре докторы, тел белгесе Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы Усманова сығыш яһаны, “Башинформ” агентлығынан Анастасия Белоусова сайттарға яңылыҡ эшләү, уларҙы “Яндекс. Яңылыҡтар” кимәленә сығарыу серҙәре менән уртаҡлашты.
Онлайн рәүештә үтһә лә, семинар йәнле генә барҙы, журналистар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған, борсоған һорауҙарға ентекле яуап алды.
“Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы” тигән төркөм хужабикәһе, башҡорт блогеры Альбина Фәйзуллина ла башҡорт телендә интернет-контент алып барыуҙың нескәлектәре менән таныштырҙы.
- “Ҡатын- ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы” тип атала ул. Унда минең 17 меңдән ашыу дуҫым бар. Мин төркөм асҡанда, башҡорт төркөмдәре лә әлегеләй күп булмағандыр. Шуға тәүге постарҙы һала башлағас та минең кеүек башҡаларҙың да башҡортса яҙмаларға (постарға тип әйтәйек), ғөмүмән, төркөмдәргә ихтыяж барлығын аңланым, сөнки халыҡ күпләп өҫтәлә башланы. Хәҙер башҡорт телендә алып барылған төркөмдәр күп, шуныһы ҡыуаныслы, әммә тағы ла башҡа төркөмдәр булдырыуға ихтыяж юҡ тип әйтмәҫ инем. Төплө, хатаһыҙ итеп яҙылған, ҡыҙыҡлы, кешенең күңелендә урын табырлыҡ постар менән алып барылған төркөмгә халыҡ эркелеп килә, яҙыла, уҡый, күҙәтеп бара.
7-8 йыл эшләүсе төркөм администраторы булараҡ, үҙемдең миҫалдан сығып бер аҙ тәжрибәм менән бүлешә аламдыр.
Халыҡты нисек йәлеп итергә?
- Кейемгә ҡарап ҡаршы алалар, тигәндәй төркөмдө лә матур, күҙгә, күңелгә ятышлы итеп биҙәргә кәрәк. Сөнки килешле биҙәү шулай уҡ ыңғай тәьҫораттар тыуҙырыуға булышлыҡ итә. Шуның өсөн пабликтың дизайны - мөһим.
- “Бәйләнештә” “Дуҫтар менән бүлешергә” (“рассказать друзьям” ) тигән функция бар, ваҡыты- ваҡыты менән ул тәҡдимнамә менән дә ҡулланып алырға кәрәк. Мәҫәлән, яңы бер нисә пост һалғанда. Әммә был осраҡта яҙылыусыларҙы ялҡытмаҫ өсөн саманан да артып китергә ярамай.
- Дуҫтарығыҙға төркөмгә яҙылырға әйҙәп смс - хәбәрҙәр ебәреү ҙә кәрәк. Шулай уҡ төркөм эшләүе хаҡында үҙҙәренең сәхифәләрендә мәғлүмәт биреүҙәрен дә һорарға мөмкин.
- Әммә контент ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булырға тейеш.
Башҡортса телендәге төркөмдәр күп кенә, көнәркәшлек ярайһы ғына. Шуға ла, төркөм популяр булһын, юғалып ҡалмаһын тиһәгеҙ һеҙ биргән мәғлүмәт, ысынлап та, ҡыҙыҡ булырға тейеш. Әлбиттә, бының өсөн төркөмдөң статистикаһын ныҡлы өйрәнергә кәрәк.
Мәғлүмәтте (яңы постты) үҙ мәлендә биреү урынлы- был да мөһим.
- Ябай тел менән яҙырға тырышығыҙ. Фекереңде күҙгә- күҙ ҡарашып һөйләшеп ултырғандай, яҡын итеп әйтеп бирә алһаң, халыҡ та диалогҡа ҡушылырға ғына тора.
- Постар оҙон булмаһын. Оҙон- оҙаҡ яҙылғанын кеше уҡымай ҙа, ул ҡыҙыҡһыныу ҙа уятмай.
-Һәр төркөмдөң үҙенең йөҙө, үҙенсәлеге булырға тейеш. Күп кеше алып барырға тейеш түгелдер уны. Фекерҙәш булған бер - ике кеше етәлер тип уйлайым. Иң яҡшыһы күңел һалып эшләгән- бер кеше.
-Башҡалар яҙғанды, йәки башҡа төркөмдәрҙә бирелгән постарҙы ҡабатламаҫҡа кәрәк. Был шулай уҡ ҡыҙыҡһыныуҙы кәметә.
- Башҡа төркөмдәрҙең постарын үҙләштермәү тағы ла мөһимерәк. Бигерәк тә һылтанмаһыҙ. Мин үҙем шуға ныҡ ҡаршымын. Яҙмаһын ғына түгел, башҡалар ҡулланған һүрәт менән биҙәү ҙә килешкән эш түгел. Үҙеңдең төркөмөңдөң репутацияһын боҙоу, тип әйтер инем хатта был турала.
-Төркөм эшендә күп репост эшләү шулай уҡ хупланмай. Был төркөм алып барыуҙың иң еңел, иң ялҡау ысулылыр, моғайын. Былай эшләп кенә һеҙҙең яҙылыусылар аудиторияһы артмаясаҡ.
-Үҙ миҫалымдан сығып әйткәндә төркөм тиҙ үҫһен, таралһын, уҡыусыларым күп булһын өсөн мин үҙемә бурыс ҡуйҙым- көн һайын ҡыҙыҡлы, матур һүрәтле ике- өс пост ҡуйыу! Тимәк, даими алып барыу. Бер көн яҙҙың да бер аҙнаға оноттоң түгел. Төркөм эшләй башлағанда, халыҡтың иғтибарын йәлеп итеү, төркөмдә халыҡ һанын арттырыу өсөн был бик мөһим. Әммә артыҡ тырышлыҡ күрһәтеү ҙә кәрәкмәй. Сама кәрәк бында ла, сөнки күп пост һалып үҙеңә-үҙең ҡаршы эшләү ҙә мөмкин. Яңылыҡтар таҫмаһын тултырып бер- үк кешенән, бер төркөмдән атака бара икән- был биҙҙерергә лә мөмкин уҡыусыны.
-Ваҡыты- ваҡыты менән әңгәмәгә өндәүсе постар ҡуйһағыҙ ҙа яҡшы. Уҡыусы һеҙ яҙғанға өҫтәп тағы үҙ фекерен белдерә икән, уға башҡалар ҙа ҡушыла икән, тимәк төркөмдөң файҙаһы бар, башҡалар ҙа ҡушыласаҡ, һеҙҙең яҙмаларығыҙҙан репостар эшләйәсәктәр.
Ошолай эшләгәндә мотлаҡ төркөм үҫә, тарала ул. Төркөмдөң һылтанмаһын шулай уҡ башҡа бик популяр төркөмдәр аша һалып халыҡты йәлеп итеп була. Тик бынан алда бик матур постар булырға тейеш, әлбиттә. Ылыҡтырырҙай.