Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Ноябрь 2020, 16:23

Хоҡуҡ һәм именлек һағында - гүзәл зат

Һөнәри байрамдарын ҡаршылап Иртәгә, 10 ноябрҙә, илдәге эске тәртип һәм халыҡтың имен, тыныс тормошон һаҡлаусылар үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Район эске эштәр бүлегендә ысын ир аҫылдары менән бер рәттән гүзәл заттарҙың да эшләүе һәм енәйәтселекте кәметеүгә арымай-талмай тос өлөш индереүе хәҙер бер кем өсөн дә сер түгел.- Мәктәпте тамамлағанда уҡ полиция эше, ул осорҙа милиция ине әле, ымһындырған ине. Атайым, туғандарым ҡаршы килгәс, уйымдан кире сигеп, уҡытыусы һөнәрен һайланым. Насип булғас, бына, 2009 йылда был сафҡа баҫыу бәхете тейҙе. Башлыса ир-аттар эшләгән мөхиттә ҡайһы саҡта үҙебеҙ ҙә яртылаш ирҙәргә әйләнеп китәбеҙ. Иңдәргә берҙәй ауыр йөк, бурыстар алабыҙ. Улар кеүек үк ҡулға пистолет алып төҙ атыу буйынса оҫталығыңды күрһәтергә, нормативты тейешенсә тапшырырға кәрәк; ғаиләңде, балаларыңды ҡалдырып, төнгө выездарға ла сығырға тура килә... Тик яратҡан эшең ялҡытмай. Көслө заттарҙың беҙгә ҡарата ихтирам-хөрмәте лә эшебеҙҙе еңеләйткәндәй була, - ти район эске эштәр бүлегенең бәлиғ булмағандар эше буйынса төркөмөнөң өлкән инспекторы, полиция майоры Гөлфиә Сафина.

Һөнәри байрамдарын ҡаршылап
Иртәгә, 10 ноябрҙә, илдәге эске тәртип һәм халыҡтың имен, тыныс тормошон һаҡлаусылар үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Район эске эштәр бүлегендә ысын ир аҫылдары менән бер рәттән гүзәл заттарҙың да эшләүе һәм енәйәтселекте кәметеүгә арымай-талмай тос өлөш индереүе хәҙер бер кем өсөн дә сер түгел.
- Мәктәпте тамамлағанда уҡ полиция эше, ул осорҙа милиция ине әле, ымһындырған ине. Атайым, туғандарым ҡаршы килгәс, уйымдан кире сигеп, уҡытыусы һөнәрен һайланым. Насип булғас, бына, 2009 йылда был сафҡа баҫыу бәхете тейҙе. Башлыса ир-аттар эшләгән мөхиттә ҡайһы саҡта үҙебеҙ ҙә яртылаш ирҙәргә әйләнеп китәбеҙ. Иңдәргә берҙәй ауыр йөк, бурыстар алабыҙ. Улар кеүек үк ҡулға пистолет алып төҙ атыу буйынса оҫталығыңды күрһәтергә, нормативты тейешенсә тапшырырға кәрәк; ғаиләңде, балаларыңды ҡалдырып, төнгө выездарға ла сығырға тура килә... Тик яратҡан эшең ялҡытмай. Көслө заттарҙың беҙгә ҡарата ихтирам-хөрмәте лә эшебеҙҙе еңеләйткәндәй була, - ти район эске эштәр бүлегенең бәлиғ булмағандар эше буйынса төркөмөнөң өлкән инспекторы, полиция майоры Гөлфиә Сафина.
Гөлфиә Хәмзә ҡыҙы намыҫлы хеҙмәткәр генә түгел, үҙе ғүмер бүләк иткән һәм һөйөп баҡҡан өс балаһы өсөн -изгелекле һөйөклө әсә һәм ғүмер буйы ошо уҡ өлкәлә водитель булып эшләгән тормош иптәше Айҙар Сәйфулла улы өсөн - хәстәрлекле, ышаныслы ҡатын.
Хоҡуҡ, халыҡ именлеген боҙоу күренештәре булмаһын тип сафта уяулыҡ һаҡлаусы, һау-сәләмәт йәш быуын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индереүсе яуаплы хеҙмәткәр, күркәм булмышлы гүзәл заттың үҙе һәм эше тураһында тулыраҡ яҙмабыҙҙы баҫмабыҙҙың ошо һандарында уҡырға мөмкин.
Читайте нас: