Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Ноябрь 2020, 13:23

Ҡаҙ өмәләренә бәйле һынамыштар

Ҡаҙ өмәһенә бәйле һынамыштар Ҡаты ҡуллы кеше салһа, йөнө ҡаты була, йолҡҡанда ашала, тиҙәр. Ҡаҙҙы йолҡҡанда иң тәүҙә уның ҡултыҡ аҫтындағы «харам ҡанаттарын» йолҡалар, йәш ҡыҙҙар шуларҙы биш бөртөк итеп ҡултыҡ аҫтына йәшерә лә «киләсәген юрарға» сығып китә. Иң тәүҙә осраған кеше ир-егет икән – тиҙҙән кейәүгә сыға, ҡатын-ҡыҙ тап килә икән – никах сәғәте һуҡмаған әле. Әйткәндәй, ҡаҙҙы теләһә ниндәй бысаҡ менән салмайҙар, бының өсөн айырым мал бысағы була, уның һабы бөтөп йөҙө башланған ерендә тимер балдаҡ кейҙерелгән. Ошондай билдәһе булмаһа, итен ашау харам, ти ине ололар.

Ҡаҙ өмәһенә бәйле һынамыштар
Ҡаты ҡуллы кеше салһа, йөнө ҡаты була, йолҡҡанда ашала, тиҙәр. Ҡаҙҙы йолҡҡанда иң тәүҙә уның ҡултыҡ аҫтындағы «харам ҡанаттарын» йолҡалар, йәш ҡыҙҙар шуларҙы биш бөртөк итеп ҡултыҡ аҫтына йәшерә лә «киләсәген юрарға» сығып китә. Иң тәүҙә осраған кеше ир-егет икән – тиҙҙән кейәүгә сыға, ҡатын-ҡыҙ тап килә икән – никах сәғәте һуҡмаған әле.
Әйткәндәй, ҡаҙҙы теләһә ниндәй бысаҡ менән салмайҙар, бының өсөн айырым мал бысағы була, уның һабы бөтөп йөҙө башланған ерендә тимер балдаҡ кейҙерелгән. Ошондай билдәһе булмаһа, итен ашау харам, ти ине ололар.
Читайте нас: