Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Ноябрь 2020, 12:15

Шул хәтлем һағындым ҡышты, шул хәтлем...

Шул хәтлем һағындым ҡышты, шул хәтлем... Был хәтлем оҙонмо был көҙ – йыл хәтлем... Аяуһыҙ, буяуһыҙ, бәғерһеҙ. Көнө юҡ хәбәрһеҙ, ҡәберһеҙ... Шул хәтлем һағындым ҡышты, шул хәтлем... Был хәтлем тартылсы күңел?.. Ҡыл хәтлем... ...Ҡоштарһыҙ ҡыштарҙы бығаса һағынған юҡ ине ул хәтле... Наилә Хәмбәлиева.

Шул хәтлем һағындым ҡышты,
шул хәтлем...
Был хәтлем оҙонмо был көҙ –
йыл хәтлем...
Аяуһыҙ, буяуһыҙ,
бәғерһеҙ.
Көнө юҡ хәбәрһеҙ,
ҡәберһеҙ...
Шул хәтлем һағындым ҡышты,
шул хәтлем...
Был хәтлем тартылсы күңел?..
Ҡыл хәтлем...
...Ҡоштарһыҙ ҡыштарҙы бығаса
һағынған юҡ ине
ул хәтле...

Наилә Хәмбәлиева.
Читайте нас: