Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Ноябрь 2020, 00:10

Халҡының арҙаҡлы ҡыҙы

Үҙенең фиҙакәр хеҙмәте менән Күгәрсен данын арттырған арҙаҡлы шәхестәребеҙ исемлегендә Социалистик Хеҙмәт Геройы Лира Камалова ла бар. Бөгөн ул үҙенең 85 йәшен билдәләй. Лира Шәрип ҡыҙы 1935 йылдың 7 ноябрендә Сәйетҡол ауылында донъяға килгән. Әсәһе Нәфисә Ғәлим ҡыҙының тамырҙары Ырымбур өлкәһенең Ейәнсура ауылына барып тоташһа, атаһы Шәрип Вәли улы Бикҡолов Етебулаҡ ауылында тыуып үҫкән. Лира апай тыуған яғы менән бәйләнеште өҙмәй: йыл да Нуҡай ауылына ҡайтып, ата-әсәһенең ҡәберенә баш эйә, кендек ҡаны тамған Сәйетҡол ауылына һуғыла, Мәҡсүттә йәшәгән туғандарын барып күреп, туйғансы аралашып китә. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҡул ҡаушырып ҡына ултырмай Социалистик Хеҙмәт Геройы –төрлө йәмғиәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, осрашыуҙарға йөрөй, студенттар алдында сығыш яһай... Лира Шәрип ҡыҙы – уҡытыусылар династияһынан. Ата-әсәһе башта Сәйетҡол, аҙаҡ Баймаҡ районының 1-се Этҡол мәктәптәрендә, аҙаҡ Нуҡай ауылында балаларға белем бирә. Атаһы яҡлап та, әсәһе яғынан да элек тә, әле лә уҡытыусылыҡ юлын һайлағандар күп.Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ булған, Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы менән наградланған Социалистик Хеҙмәт Геройы хаҡындағы тулы мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Үҙенең фиҙакәр хеҙмәте менән Күгәрсен данын арттырған арҙаҡлы шәхестәребеҙ исемлегендә Социалистик Хеҙмәт Геройы Лира Камалова ла бар. Бөгөн ул үҙенең 85 йәшен билдәләй.
Лира Шәрип ҡыҙы 1935 йылдың 7 ноябрендә Сәйетҡол ауылында донъяға килгән. Әсәһе Нәфисә Ғәлим ҡыҙының тамырҙары Ырымбур өлкәһенең Ейәнсура ауылына барып тоташһа, атаһы Шәрип Вәли улы Бикҡолов Етебулаҡ ауылында тыуып үҫкән.
Лира апай тыуған яғы менән бәйләнеште өҙмәй: йыл да Нуҡай ауылына ҡайтып, ата-әсәһенең ҡәберенә баш эйә, кендек ҡаны тамған Сәйетҡол ауылына һуғыла, Мәҡсүттә йәшәгән туғандарын барып күреп, туйғансы аралашып китә. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҡул ҡаушырып ҡына ултырмай Социалистик Хеҙмәт Геройы –төрлө йәмғиәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, осрашыуҙарға йөрөй, студенттар алдында сығыш яһай...
Лира Шәрип ҡыҙы – уҡытыусылар династияһынан. Ата-әсәһе башта Сәйетҡол, аҙаҡ Баймаҡ районының 1-се Этҡол мәктәптәрендә, аҙаҡ Нуҡай ауылында балаларға белем бирә. Атаһы яҡлап та, әсәһе яғынан да элек тә, әле лә уҡытыусылыҡ юлын һайлағандар күп.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ булған, Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы менән наградланған Социалистик Хеҙмәт Геройы хаҡындағы тулы мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.
Читайте нас: