Мораҙым
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Ноябрь 2020, 12:03

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы һәм ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы күҙаллана

Ошо көндәрҙә республикала һауа торошоноң боҙолоуы һәм ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә.

Шәмбе, 7 ноябрҙә ҡар ҡатыш ямғыр, төндә һәм иртән юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -2, +3 градус.
Юлдарҙа боҙлауыҡ. 8 ноябрҙә урыны менән ағастарға һәм сымдарға епшек ҡар һырыуы, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға тиклем көсәйә. Һауа температураһы көндөҙ +3,-2-гә тиклем түбәнәйә. 7-10 ноябрҙә республикала ҡар ятыуы көтөлә, тип хәбәр итте синоптиктар.
Читайте нас: