3 ноябрҙә республика аграрийҙары араһында барған “Уңыш - 2020”конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Бүләк тә ниндәй бит әле: “Лада-Нива” автомобиле!
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡулынан автомобиленең асҡысын 20 кеше, шул иҫәптән беҙҙең яҡташыбыҙ - Мәләүез күп профилле колледжының 3-сө курс студенты Иван Инчин, алды.
“Иң яҡшы комбайнер” исеменә лайыҡ булған егет киләсәктә лә һынатмаҫ һәм ауыл хужалығы тармағы үҫешенә ҙур өлөш индерер, тип ышанабыҙ.