Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Ноябрь 2020, 18:45

Осраҡлыҡмы? Хоҙай ҡөҙрәте!

Көнө буйы компьютер төймәһенә баҫып, экранға төбәлеп кенә ултырыуыма ҡарамаҫтан, һуты һығылған лимондай булып, арып-талып ҡайтып ауҙым. Көнө буйы бесән сапҡанмынмы ни – баш эше ҡайһы берҙә електәрҙе һура шул ул. Тик тыныс ҡына ятып булманы, ағайымдың улы шылтырата. Башҡа кеше булһа, бәлки, ярай тороп тор әле, һинең ҡайғың юҡ, тип эстән генә ҡул һелтәп ҡуйыр инем дә, контракт буйынса хеҙмәт итеп йөрөгән ҡустыма улайта алмайым: урыҫтар әйтмешләй, “мало ли что”...

“Уф, шатлығым эсемә һыймай, апай, һинең менән дә уртаҡлашайым әле” – һаумы тиеү ҙә юҡ, телефонды алыу менән хәбәрен теҙгән ҡустымдың, ысынлап та, шатлығы ҙур икән шул.
...Контракт менән хеҙмәт итеү – шул уҡ эш, ҡустым хәрби техника йөрөтөр өсөн ниндәйҙер справка тапшырырға тейеш. Кәрәкле ҡағыҙҙы алып, командирына барып еткәс кенә кеҫәһенә һалған белешмә ҡағыҙының юҡлығын абайлап ҡала. Үҙе лә алабарманыраҡ шул, ҡулын кеҫәһенә бер тығып, бер алып бара торғас, төшөрөп ҡалдырғандыр инде. Йәшәгән ере апаруҡ алыҫ ҡына, китә был килгән юлынан кире, ике күҙе ерҙә – ҡағыҙы юлда аунап ятмаймы, йәнәһе. Юҡ инде... Был йәне көйөп, ни эшләргә белмәй, бөтөнләй икенсе юлдан кире яҡҡа китә.
- Ҡаршыма бер егет килә ята, нишләптер, туҡта әле, был егеттән һорап ҡарайым тип башыма уй килде. “Бер ҡағыҙ тапманығыҙмы?” - тим, ул: “Һин *алиевмы әллә?” тип справкамды һуҙа. Был егет ҡағыҙымды табып алып уҡып ҡараған да, ташлап китәм тигәс, нимәгәлер әүрәп, үҙе лә һиҙмәйенсә, ҡулына тотоп килгән. Ҡаршыма нисәмә кеше осраны – береһенән дә һораманым, икенсе юл буйлап киткәс кенә нишләп нәҡ шул егеттән һорарға булғанмындыр, үҙем дә аптырайым. Көндөҙ ямғыр яуҙы, шулай булһа ла еүеш асфальтҡа төшкән справкам ҡоп-ҡоро. Шунан Хоҙайға нисек ышанмайһың инде?! – ти ҡустым.
Тормошта аңлатып булмаған хәлдәр осрап тора шул. Ҡустым менән булған хәл, ысын мәғәнәһендә, Хоҙай ҡөҙрәте. Малай сағында унда-бында булһа ла мәсеткә йөрөгән егет ысын күңелдән Аллаһтан ярҙам һораған – юғары көс иһә уны ишеткән. Аллаға шөкөр!
Читайте нас: