Ул автомобилдә сәғәтенә 160 саҡрым тиҙлектә елгән
Авария Туймазы районында теркәлгән. Октябрьскийҙан бер үҫмер, ата-әсәһенән рөхсәт һорамайынса, Renault Sandero руленә ултырып, танышы менән йөрөргә сығып киткән.
12 йәшлек пассажир һүҙҙәренсә, ҡала буйлап йөрөгәндән һуң, дуҫтар машинаны федераль трассала һынап ҡарамаҡсы булған. Тиҙлекте арттырғас, ул идара итеү һәләтен юғалтҡан һәм юл ситендәге кәртәгә бәрелгән. Автомобиль түңкәрелгән.
Икеһе лә дауаханаға оҙатылған. Һуңынан туғыҙынсы класс уҡыусыһы йән биргән.