Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Ноябрь 2020, 18:44

Административ комиссияның сираттағы кәңәшмәһендә 36 эш ҡаралды, уның 23-ө ғаилә низағтары менән бәйле ине

Ғаилә талаштары төрлө була, әммә ата-әсәйҙәр менән балалар араһында сыҡҡандарын бөтөнләй аңлап булмай. Әсәйҙәр, атайҙар үҙҙәре тәрбиәләп үҫтергән ҡыҙ-улдарының ундай мөнәсәбәтенә лайыҡ түгел. Ҡағиҙә булараҡ иреш-талаш эскелек арҡаһында килеп сыға. Ир менән ҡатын араһында сыҡҡан низағҡа өйҙәге балалар шаһит була. Шунан, бала нимә күреп үҫә? Атай менән әсәй уға ниндәй өлгө күрһәтә? Ғаилә, атай-әсәй бала өсөн уны тулыһынса ҡурсалаусы, яҡлаусы, һаҡлаусы, үҫтереүсе, тәрбиәләүсе берҙән-бер мөхит.

Ҡыҙғанысҡа күрә, Башҡортостан Республикаһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексы буйынса низағ сығарыусыларҙың исемдәрен яҙырға ярамай, әммә уларҙың барыһына ла 300 һум күләмендә, ә икенсе тапҡыр яуаплылыҡҡа тартырылғандарға 500 һум күләмендә штраф түләргә кәрәк буласаҡ.
Ғаилә талаштары төрлө була, әммә ата-әсәйҙәр менән балалар араһында сыҡҡандарын бөтөнләй аңлап булмай. Әсәйҙәр, атайҙар үҙҙәре тәрбиәләп үҫтергән ҡыҙ-улдарының ундай мөнәсәбәтенә лайыҡ түгел. Ҡағиҙә булараҡ иреш-талаш эскелек арҡаһында килеп сыға. Ир менән ҡатын араһында сыҡҡан низағҡа өйҙәге балалар шаһит була. Шунан, бала нимә күреп үҫә? Атай менән әсәй уға ниндәй өлгө күрһәтә? Ғаилә, атай-әсәй бала өсөн уны тулыһынса ҡурсалаусы, яҡлаусы, һаҡлаусы, үҫтереүсе, тәрбиәләүсе берҙән-бер мөхит.
Был юлы Башҡортостан Республикаһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 13.8-се статьяһы буйынса Күгәрсен, Йомағужа, Волостновка, Мораҡ, Сәйетҡол, Исем, Мәҡсүт, Александровка, Ҡалдар, Дауыт-Ҡайып, Яҡшембәт ауылдарында, Яңы Хвалын утарында йәшәүселәр яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Тәүәкән ауылында йәшәүсе гражданға малын көтөүгә ҡыумай, ирекле йөрөткәне, Йомағужала йәшәүсе водителгә парковкалау ҡағиҙәһен боҙғаны өсөн шраф һалынды.
Хоҡуҡ боҙоу составы булмау сәбәпле, 10 административ материалға ҡарата эш туҡтатылды.
Фото: интернет.
Читайте нас: