Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Ноябрь 2020, 09:48

Ҡырпағай һынамыштары

1 ноябрҙә ямғыр өҫтөнә ҡар яуһа, йәй һалҡын килер, бесән уңыр.9 ноябрҙә бәҫ ҡунһа, алдағы көндәр – һыуыҡ, томан булһа, йылы булыр.Көҙ оҙон килһә, яҙ һуң килер.Көҙ аҙағында түңәрәк-түңәрәк ваҡ ҡына боҙ яуһа, ҡыш һыуыҡ булыр.Беренсе ҡар көндөҙ яуһа – ҡыш һыуыҡ, төндә яуһа – йылы килер.Йорт ҡоштары баштарын ҡанаттары аҫтына йәшерһә, көн һалҡынайыр.Ҡаҙ-өйрәктәр ҡарҙа ҡойонһа, көн йылыныр, буран булыуы ихтимал.Ҡырмыҫҡалар бейек иләү яһаһа – һалҡын ҡышҡа.

Элек-электән халыҡ тәбиғәтте күҙәтеп, көндөң, миҙгелдең генә түгел, йылдың нисек булырын да алдан күҙаллай белгән. Ҡартатайым мәрхүм дә ҡыштың ҡаты килерен яҙҙан уҡ, ҡыр ҡаҙҙары ҡайта башлаған осорҙан байҡап, әйтә торғайны. Элекке кеүек һынамыштар әллә ни тура ла килмәй, тиҙәр олоалар. Шулай ҙа өйрәнелгән ғәҙәт буйынсамы, уларға ла күҙ һалабыҙ.
Ноябрь башҡорт телендә ҡырпағай тип йөрөтөлә. Сөнки нәҡ ошо миҙгелдә ҡырпаҡ ҡар яуа. Ҡырпаҡ ҡар ҡайһы бер төбәктәрҙә өрпәк, осҡалаҡ ҡар тип атала.
1 ноябрҙә ямғыр өҫтөнә ҡар яуһа, йәй һалҡын килер, бесән уңыр. 9 ноябрҙә бәҫ ҡунһа, алдағы көндәр – һыуыҡ, томан булһа, йылы булыр. Көҙ оҙон килһә, яҙ һуң килер. Көҙ аҙағында түңәрәк-түңәрәк ваҡ ҡына боҙ яуһа, ҡыш һыуыҡ булыр. Беренсе ҡар көндөҙ яуһа – ҡыш һыуыҡ, төндә яуһа – йылы килер. Йорт ҡоштары баштарын ҡанаттары аҫтына йәшерһә, көн һалҡынайыр. Ҡаҙ-өйрәктәр ҡарҙа ҡойонһа, көн йылыныр, буран булыуы ихтимал. Ҡырмыҫҡалар бейек иләү яһаһа – һалҡын ҡышҡа.
Тәү ҡарашҡа әллә ни әһәмиәтле булмаған һынамыштар ҙа йылдың нисек килеренә алдан әҙерләнергә форсат бирә бит ул.
Читайте нас: