Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Ноябрь 2020, 10:23

Ер һәм Йыһан улы

Бөгөн Рәшит Назаровтың тыуыуына - 76 йылРауил Бикбаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры:“ Салауат та, Рәшит Назаров та бер үк йәштә тиерлек тотҡонлоҡҡа дусар була: береһе каторгаға бикләнһә, икенсеһенең зиһенен ҡараңғылыҡ солғап ала. Әйтерһең дә, улар был донъяға таланттары менән кешеләрҙе хайран итергә лә, шунан һуң тиҙ арала, бәхетһеҙлеккә тарып, милләтте үкендерергә, хәсрәткә һалырға тыуған”. Рәшит Назаров ижады, үҙе йәштән генә йән фажиғәһенә юлыҡһа ла, юлдарында “таш ҡатламдар ятһа ла”, һәр саҡ яҡты,өмөт, ышаныс менән һуғарылған ҡояшлы ижад".

Беҙҙең быуын Рәшит Назаров китап-дәреслектәрҙән генә уҡып белһә лә, уның ижадының ысын мәғәнәһендә феноменаль икәнлеген баһалай. Ҡалған ғүмерен "ер аҫтында" -махсус йорттарҙа үткәрергә мәжбүр булған шағир нисәнсе йылда ғына вафат булһа ла, уны "тереләр" иҫәбенән юйғандар ине...

Йылдар, йылдар, мәрхәмәтһеҙ йылдар
Ер аҫтына мине аттылар.
Бығау һалып хискә, аҡылыма
Тар төрмәгә илтеп яптылар...
Р. Бикбаев әйткән һүҙҙәр иҫкә төшә: “ Салауат та, Рәшит Назаров та бер үк йәштә тиерлек тотҡонлоҡҡа дусар була: береһе каторгаға бикләнһә, икенсеһенең зиһенен ҡараңғылыҡ солғап ала. Әйтерһең дә, улар был донъяға таланттары менән кешеләрҙе хайран итергә лә, шунан һуң тиҙ арала, бәхетһеҙлеккә тарып, милләтте үкендерергә, хәсрәткә һалырға тыуған”. Рәшит Назаров ижады, үҙе йәштән генә йән фажиғәһенә юлыҡһа ла, юлдарында “таш ҡатламдар ятһа ла”, һәр саҡ яҡты,өмөт, ышаныс менән һуғарылған ҡояшлы ижад.
Читайте нас: