Ер бәҫен, мал ҡәҙерен белгән, ниндәй генә төпкөл булһа ла, ауылды һайлаған кешеләр һәр саҡ һоҡландыра. Эш юҡ, ауыл бөтә, балаларға үҫешергә мөмкинлек сикләнгән, тибеҙ. Уныһы ла барҙыр. Әммә йүнсел булһаң, эштән ҡурҡмаһаң, ҡот-ырыҫ та ташламаҫ. Ауылда “эш юҡ” тип уфтанғандан ғына әҙерҙе килтереп тоттормаҫтар. Йүнсел ҡайҙа ла йүнен табыр. Хатта тәү ҡарашҡа һүнгән кеүек тойолған Дәүләтҡол ауылында ла. Фәхретдиновтар – быға асыҡ миҫал.