Мораҙым
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Октябрь 2020, 13:11

Өс көн генә...

Ҡабатлайым нисәнсе көн Эстән генә: - Был ғүмерҙәр, әйтерһең дә, Өс көн генә... Асыу тотоп йөрөү – гонаһ, Кисерә бел, Бөгөн әйтер үпкә һүҙен Күсерә бел. Осрашыуҙан-күрешеүҙән Тороп ҡалма, Хаталарыңды туҡтауһыҙ Иҫкә алма. Бәләкәй генә шатлыҡҡа Һөйөнә бел, Етешмәгән, етмәгәнде Уйлама гел! Ҡәҙерлә һәр көндө, - тимен Эстән генә – Был ғүмерҙәр, әйтерһең дә, Өс көн генә... Фирүзә Абдуллина.

Ҡабатлайым нисәнсе көн
Эстән генә:
- Был ғүмерҙәр, әйтерһең дә,
Өс көн генә...

Асыу тотоп йөрөү – гонаһ,
Кисерә бел,
Бөгөн әйтер үпкә һүҙен
Күсерә бел.

Осрашыуҙан-күрешеүҙән
Тороп ҡалма,
Хаталарыңды туҡтауһыҙ
Иҫкә алма.

Бәләкәй генә шатлыҡҡа
Һөйөнә бел,
Етешмәгән, етмәгәнде
Уйлама гел!

Ҡәҙерлә һәр көндө, - тимен
Эстән генә –
Был ғүмерҙәр, әйтерһең дә,
Өс көн генә...

Фирүзә Абдуллина.
Читайте нас: