Депутат булараҡ, Әмир Миңлеәхмәт улы башҡорт тоҡомло бал ҡортон ҡанундар нигеҙендә һаҡлау һәм яҡлау буйынса мөһим тәҡдимдәр индерә, башҡорт милли кәсебенең мәртәбәһен күтәреү буйынса ҙур проекттарға тотона, төрлө ҡитғаларға таралған милләттәштәребеҙҙе берләштереүгә ҙур көс һала. Замандаштары өсөн Әмир Ишемғолов «бал ҡортонан» да егәрле, әүҙем шәхес, үҙе артынан башҡаларҙы әйҙәүсе лидер булып ҡала.