Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Октябрь 2020, 19:56

Ер буйынса ҡануниәт үҙгәрә

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һуңғы уҡыуҙа ер менән эш итеүҙең яңы ҡағиҙәләре тураһында закон ҡабул итте. Бик ҡатмарлы ла, шул уҡ ваҡытта һәр кем өсөн кәрәкле лә закон бик күп һорауҙар тыуҙырҙы. Ер темаһы – үтә етди мәсьәлә, шуға күрә был турала һорауҙар күп килеүенә ғәжәпләнергә түгел. Уларҙың йыш бирелгәндәренә яуаптар түбәндә.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һуңғы уҡыуҙа ер менән эш итеүҙең яңы ҡағиҙәләре тураһында закон ҡабул итте. Бик ҡатмарлы ла, шул уҡ ваҡытта һәр кем өсөн кәрәкле лә закон бик күп һорауҙар тыуҙырҙы.
Ер темаһы – үтә етди мәсьәлә, шуға күрә был турала һорауҙар күп килеүенә ғәжәпләнергә түгел. Уларҙың йыш бирелгәндәренә яуаптар түбәндә.
Был законға ниндәй ерҙәр эләгәсәк? Ҡанун дәүләт милке сикләнмәгән ер биләмәләренә хоҡуҡты көйләйәсәк. Уға дәүләт милкендә булған ерҙәрҙең 94,2 проценты ҡарай. Ҡалған 1,7 проценты – Башҡортостан Республикаһы милке, 4,1 проценты – муниципалитеттар ере.
Ни өсөн вәкәләттәрҙе ҡайтанан бүлеп сығырға кәрәк? Милек сикләнмәгән ерҙәрҙе файҙаланыуға биреү хоҡуғы бөгөн муниципалитеттарға тапшырылған. Муниципаль ер контролен дә улар башҡара. Шулай итеп, дәүләт ер фондын файҙаланыу һәм контролдә тотоу бер үк ҡулдарҙа булып сыға.
Дәүләт яғынан да был йүнәлештә күҙәтеүҙе көсәйтеү зарурлығы тыуҙы. Ҡабул ителәсәк закон федераль ҡануниәткә ҡаршы килмәйме? Юҡ. Был айырым субъекттың элегерәк ошо төбәктәге урындағы үҙидара органдары үтәгән вәкәләттәрҙе үҙенә йөкмәү буйынса акты булып тора.
Мөлкәткә идара итеү комитеттары быға саҡлы ла ер буйынса ҡарарҙар ҡабул итә ине бит, шулай булғас, был закон ни өсөн кәрәк булды? Әлеге комитеттар ер мәсьәләһен хәл итмәй ине, улар фәҡәт муниципалитеттар менән кәңәшләшеп, документтар йыйыу буйынса оператор ғына булды. Ә закондың асылы – граждандарҙың, шул иҫәптән эшҡыуарҙарҙың ер биләмәһен алыу процедураһын ябайлаштырыу, бөтә республика өсөн берҙәм ҡағиҙәләр урынлаштырыу.
Дәүләт милке сикләнмәгән ер майҙанын файҙаланыуҙан килгән килем нисек бүленәсәк? Улар, элеккесә, урындағы ҡаҙнаға туплана бара.
Көтөүлектәр менән нимә булыр? Улар – ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер, артабан да ошо мәнфәғәттә ҡулланыласаҡ.
Дәүләт милке сикләнмәгән ерҙе файҙаланған ҡуртымсыларҙы нимә көтә? Закон кире көскә эйә түгел, быға саҡлы төҙөлгән килешеүҙәр ғәмәлдә булыуын дауам итәсәк. Ҡуртымсылар өсөн бер нәмә лә үҙгәрмәй.
Халыҡтың урындағы үҙидара буйынса конституцион хоҡуҡтары ҡыҫылмаҫмы? Граждандар урындағы үҙидараны ғәмәлгә ашырыу хоҡуғына эйә. Ерҙе файҙаланыу, төҙөлөш алып барыу буйынса ҡағиҙәләр ҡабул итер алдынан, уның тураһында асыҡ тыңлауҙар ойошторолорға тейеш. Ер участкалары хужалары өсөн нимә үҙгәрә? Бер нәмә лә үҙгәрмәйәсәк, ул хосуси милек. Ә ерҙе һәм ундағы мөлкәтте нисек файҙаланырға икәнен милексе генә хәл итә.
Ергә милек хоҡуғын булдырыу өсөн Өфөгә барырғамы? Юҡ, кәрәкмәй. Буласаҡ милексе өсөн был осраҡта өс вариант ҡаралған. Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы аша. Улар республиканың барлыҡ ҡала-райондарында ошо мәсьәлә буйынса күптән шөғөлләнә, был эште лә үҙ иңенә алырға әҙер. Икенсе вариант – кәрәкле ҡағыҙҙҙарҙы Күп функциялы үҙәктәрҙә тултырырға мөмкин. Өсөнсөһө – Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша. Унда тиҙҙән ер тураһындағы бүлек эшләй башлаясаҡ. Икенсе төрлө әйткәндә, документтар тотоп ауыл йәки район хакимиәтенә барырға, инергә сират көтөп ултырырға кәрәкмәй – бөтә документтарҙы онлайн рәүештә ебәрергә һәм ун көн эсендә яуап алырға мөмкин.
Яңы законды ҡабул итеү муниципаль ерҙәр менән идара итеүгә йоғонто яһаясаҡмы? Юҡ. Мунииципаль ер һәм муниципаль милек – ул фәҡәт урындағы үҙидара органдарының вәкәләттәре.
Ер пайҙары хужалары өсөн нимә үҙгәрәсәк? Бер нәмә лә үҙгәрмәй.
Был законды ҡабул итеү Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһы өсөн өҫтәмә сығымдарға килтерәсәкме? Юҡ, яңы закон өҫтәмә бюджет сығымдары талап итмәй.
Читайте нас: