Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Октябрь 2020, 14:42

Ата-әсәләрҙең "больничный"ы арта

Рәсәй Президенты Владимир Путин ете йәшкә тиклемге балалары булған ата-әсәләргә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын арттырып түләргә тәҡдим итте.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ете йәшкә тиклемге балалары булған ата-әсәләргә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын арттырып түләргә тәҡдим итте. Ил башлығы фекеренсә, ул уртаса эш хаҡы суммаһына тиклем күтәрелергә тейеш.
Президент хөкүмәткә был һорауҙы хәл итергә һәм түләү өсөн сығымдарҙың сығанағын билдәләргә ҡушты.
Шулай уҡ Владимир Путин пандемия осоронда балалары булған ғаиләләргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтелергә тейеш тип белдерҙе.
Был йәһәттән Рәсәйҙә үҙизоляция башынан алып саралар күрелә: апрелдән алып июнгәсә өс йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә айына 5000 һум күләмендәге матди ярҙам күрһәтелде, июнь-июль айҙарында 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр һәр балаға 10 000 һум аҡса алды.
Читайте нас: