Мораҙым
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Октябрь 2020, 17:25

Онотолмаҫ йәшлек... Гармунлы йәшлек!

Телде яҡшы белгән, шиғыр төҙөлөшөн аҙмы-күпме үҙләштергән кешегә шиғыр яҙыу артыҡ ауыр түгел. Әммә яҙыу оҫталығы бирелеп тә, күңелдәргә үтеп инерлек итеп ижад итеү һәр кемгә бирелмәй. Төпсән ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Мораҡ ауылында ғүмер иткән Зөлфиә апай Әлимғоловаға нәҡ бына шундай һәләт бирелгән дә инде. Уның шиғырҙары ябай ғына тел менән яҙылһа ла, башҡаларҙың күңеленә үтеп инә, күптәрҙең хис-тойғоларына ауаздаш. Зөлфиә апайҙың шиғырҙарына күп кенә йырҙар ижад ителгән һәм билдәле йырсылар башҡарыуында ҙур сәхнәләрҙән яңғырай. Ошо көндәрҙә яҡташыбыҙҙың “Гармунлы йәшлек” шиғырына Рәмил Туйсин көй яҙған. Был матур йырҙы билдәле йырсы Баязит Байназаров сәхнәгә сығарған.Был йыр һеҙҙең күңелдәрҙә лә урын табыр тип ышанабыҙ!Урам буйлап гармундарға Бер йырлап уҙам, Йәшлегемде иҫкә алып Моңло көй һуҙам: “Үтте лә китте йәшлегем, Һиҙмәй ҙә ҡалдым”. Күҙ йәштәрем һөртә - һөртә Уйҙарға талдым. Эй һин, гармунлы йәшлегем, Һағындыраһың, Саҡырһам да ҡайтмайһың шул, Ялындыраһың. Бар кеүек ине йәш саҡтар Мәңге үтмәҫлек. Ҡайҙарҙа ғына ҡалдың һин Гармунлы йәшлек?!!

Телде яҡшы белгән, шиғыр төҙөлөшөн аҙмы-күпме үҙләштергән кешегә шиғыр яҙыу артыҡ ауыр түгел. Әммә яҙыу оҫталығы бирелеп тә, күңелдәргә үтеп инерлек итеп ижад итеү һәр кемгә бирелмәй. Төпсән ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Мораҡ ауылында ғүмер иткән Зөлфиә апай Әлимғоловаға нәҡ бына шундай һәләт бирелгән дә инде. Уның шиғырҙары ябай ғына тел менән яҙылһа ла, башҡаларҙың күңеленә үтеп инә, күптәрҙең хис-тойғоларына ауаздаш.
Зөлфиә апайҙың шиғырҙарына күп кенә йырҙар ижад ителгән һәм билдәле йырсылар башҡарыуында ҙур сәхнәләрҙән яңғырай. Ошо көндәрҙә яҡташыбыҙҙың “Гармунлы йәшлек” шиғырына Рәмил Туйсин көй яҙған. Был матур йырҙы билдәле йырсы Баязит Байназаров сәхнәгә сығарған.
Был йыр һеҙҙең күңелдәрҙә лә урын табыр тип ышанабыҙ!
Урам буйлап гармундарға
Бер йырлап уҙам,
Йәшлегемде иҫкә алып
Моңло көй һуҙам:

“Үтте лә китте йәшлегем,
Һиҙмәй ҙә ҡалдым”.
Күҙ йәштәрем һөртә - һөртә
Уйҙарға талдым.

Эй һин, гармунлы йәшлегем,
Һағындыраһың,
Саҡырһам да ҡайтмайһың шул,
Ялындыраһың.

Бар кеүек ине йәш саҡтар
Мәңге үтмәҫлек.
Ҡайҙарҙа ғына ҡалдың һин
Гармунлы йәшлек?!!
Читайте нас: