Бала саҡта кем генә хыялланырға яратмай...
Яңы Хвалын утарында йәшәүсе Ильвира Рафиҡованың да матур хыялы була. Туғандары менән уйнағанда гел ҡала кешеһе ролен һайлап, киләсәктә тормошон ҡала менән бәйләргә хыяллана ул. Әммә яҙмыш үҙенекен итә – ябай ауыл малайы булып уйнарға яратҡан мырҙаһы һәм ағаһы үҙ бәхетен, эшен ситтә табып, әлеге ваҡытта ғаиләләре менән Өфөлә йәшәй, ә Ильвира үҙенең икенсе яртыһын нәҡ ошо төбәктә осратып, ҡауышып, Яңы Хвалында төпләнеп ҡала.
- Ошо төбәккә шул тиклем ереккәнбеҙ, бер аҙға ғына ситкә китһәк тә тиҙ генә һағынып ҡайтабыҙ, ҡалала һыуы ла тәмһеҙ кеүек тойола. Беҙҙең ауылда халыҡ та ябай, алсаҡ, балаларҙы уҡытыр өсөн ҙур яҡты мәктәбебеҙ бар, район үҙәгенә лә артыҡ алыҫ түгел, - ти Ильвира менән Айҙар Рафиҡовтар.
Ике бала тәрбиәләүсе һәм ҡәҙерлеләре өсөн йән атып тороусы йәштәр өсөнсөгә бәпәй көтә. Сабыйҙары имен-аман яҡты донъяларға килеп, татыу, эшһөйәр ғаиләнең ҡыуанысын, бәхетен, йәшәгән йорттарының ырыҫын арттырһын!
Яңы Хвалынға йәм биреп, ҡот өҫтәп йәшәүсе матур ғаилә тураһында тулыраҡ яҙмабыҙ гәзиттең үткән йома һанында донъя күрҙе.