Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Октябрь 2020, 17:15

Әсәй икмәге

Төн йоҡламай бөгөн икмәк һалдым – Балаларым иртән юллана… Айырылыу – үҙе һағыш инде, Йөрәккәйем алдан һыҙлана. Иртән таңдан күстәнәстәр йыям – Балаларым буш ҡул китмәһен, Шул битараф һалҡын ҡалаһына Алып китһен әсәй икмәген! Һөйөүемә иҙеп аҡ теләктәр, Борсолоуҙы өҫтәп бешерҙем, Балаларым, ошо икмәк аша Бөтә хистәремде еткерҙем. Һау йөрөгөҙ! Бер үк һаҡ булығыҙ! Һеҙгә һыуыҡ ел дә иҫмәһен! Һеҙ ҡайтыуға ҡабат бешерермен Һеҙ яратҡан әсәй икмәген…Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Төн йоҡламай бөгөн икмәк һалдым –
Балаларым иртән юллана…
Айырылыу – үҙе һағыш инде,
Йөрәккәйем алдан һыҙлана.

Иртән таңдан күстәнәстәр йыям –
Балаларым буш ҡул китмәһен,
Шул битараф һалҡын ҡалаһына
Алып китһен әсәй икмәген!

Һөйөүемә иҙеп аҡ теләктәр,
Борсолоуҙы өҫтәп бешерҙем,
Балаларым, ошо икмәк аша
Бөтә хистәремде еткерҙем.

Һау йөрөгөҙ! Бер үк һаҡ булығыҙ!
Һеҙгә һыуыҡ ел дә иҫмәһен!
Һеҙ ҡайтыуға ҡабат бешерермен
Һеҙ яратҡан әсәй икмәген…
Фирүзә АБДУЛЛИНА.
Читайте нас: