Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Октябрь 2020, 17:46

Республикабыҙ ауыр юғалтыу кисерҙе

Республикабыҙ ауыр юғалтыу кисерҙе... Башҡорт халҡының рухлы улы, Күгәрсен районының арҙаҡлы шәхесе, оло йөрәкле кеше Рәмил Ғиниәт улы Мәжитов арабыҙҙан китеп барҙы. “Оло Эйек” яҡташтар ойошмаһы мәрхүмдең ғаиләһе, туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Рәмил Ғиниәт улының бөтә тормошо, һөнәри оҫталығы тыуған иленә, халҡына тоғро һәм ғәҙел хеҙмәттә үтте. Район хакимиәте башлығы, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты директоры, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе, колледж директоры – ниндәй генә вазифалар биләмәһен, ул бар тырышлығын, тәжрибәһен, йөрәген һалып эшләне. Кешеләргә ҡарата алсаҡ, ғәҙел, иғтибарлы, ихтирамлы була белде. Ярҙамсыл, ябай һәм хисле күңеле менән туғандары һәм яҡындарын тупланы. Юғары даирәләрҙә лә, халыҡ араһында ла абруйы ҙур булды. Дуҫыбыҙ, фекерҙәшебеҙ, ғорурлығыбыҙ Рәмил Ғиниәт улы Мәжитов хаҡындағы йылы иҫтәлектәр, яҡты хәтирәләр беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.В.Ғ.Аҙнағолов, С.М.Ғайсин, С.Ш.Мырҙабаева, Р.Й.Нагаев, М.М.Ҡолшәрипов, Ғ.З.Хәсәнов, Т.А.Үлмәҫбаева, Р.Х.Искәндәров, Ә.Г.Искәндәров, Р.Ғ.Ибраһимов, Ә.Т.Ибраһимов, Х.З.Әбдрәхимов, Р.С.Баянов, Н.Р.Усманова.

Республикабыҙ ауыр юғалтыу кисерҙе... Башҡорт халҡының рухлы улы, Күгәрсен районының арҙаҡлы шәхесе, оло йөрәкле кеше Рәмил Ғиниәт улы Мәжитов арабыҙҙан китеп барҙы. “Оло Эйек” яҡташтар ойошмаһы мәрхүмдең ғаиләһе, туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Рәмил Ғиниәт улының бөтә тормошо, һөнәри оҫталығы тыуған иленә, халҡына тоғро һәм ғәҙел хеҙмәттә үтте. Район хакимиәте башлығы, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты директоры, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе, колледж директоры – ниндәй генә вазифалар биләмәһен, ул бар тырышлығын, тәжрибәһен, йөрәген һалып эшләне.
Кешеләргә ҡарата алсаҡ, ғәҙел, иғтибарлы, ихтирамлы була белде. Ярҙамсыл, ябай һәм хисле күңеле менән туғандары һәм яҡындарын тупланы. Юғары даирәләрҙә лә, халыҡ араһында ла абруйы ҙур булды. Дуҫыбыҙ, фекерҙәшебеҙ, ғорурлығыбыҙ Рәмил Ғиниәт улы Мәжитов хаҡындағы йылы иҫтәлектәр, яҡты хәтирәләр беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
В.Ғ.Аҙнағолов, С.М.Ғайсин, С.Ш.Мырҙабаева, Р.Й.Нагаев, М.М.Ҡолшәрипов, Ғ.З.Хәсәнов, Т.А.Үлмәҫбаева, Р.Х.Искәндәров, Ә.Г.Искәндәров, Р.Ғ.Ибраһимов, Ә.Т.Ибраһимов, Х.З.Әбдрәхимов, Р.С.Баянов, Н.Р.Усманова.
Читайте нас: