Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Октябрь 2020, 18:50

Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә конкурс иғлан ителде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың милли геройы, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл эшләү буйынса иң яҡшы проектҡа асыҡ конкурс иғлан итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Мәғлүм булыуынса, дивизия командирына һәйкәл Өфө ҡалаһының Совет майҙанында ҡуйыла.
Конкурста профессиональ скульпторҙар һәм автор коллективтары ҡатнаша ала. Конкурс шарттарына ярашлы, архитекторҙар һәйкәлде урындағы композицияға яраҡлаштырып эшләргә тейеш.
Бәйге бер турҙа уҙғарыласаҡ. Конкурсант һәйкәлдең 40 сантиметрҙан да ҙур булмаған үлсәмдәге өс үлсәүле моделен, шулай уҡ һыҙмаһын, аңлатыу тексын, сығымдар сметаһын тәҡдим итергә тейеш.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы 20 ноябргә тиклем “Торатау” Конгресс-холында – Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 2 адресы буйынса директорҙың ҡабул итеү бүлмәһендә эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул итәләр. Бәйләнеш өсөн телефон – (347) 276 55 00, Гөлдәр Сабитоваға мөрәжәғат итергә мөмкин.

Шулай уҡ указда конкурс материалдарын ҡарау буйынса махсус комиссия ағзалары ла күрһәтелгән.
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас в