Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Октябрь 2020, 19:00

Районыбыҙ, бөтәбеҙ ҙә оло юғалтыу кисерҙек – ҡаты ауырыуҙан арҙаҡлы һәм хөрмәтле яҡташыбыҙ – Мәжитов Рәмил Ғиниәт улы арабыҙҙан бик ваҡытһыҙ китеп барҙы.

Районыбыҙ, бөтәбеҙ ҙә оло юғалтыу кисерҙек – ҡаты ауырыуҙан арҙаҡлы һәм хөрмәтле яҡташыбыҙ – Мәжитов Рәмил Ғиниәт улы арабыҙҙан бик ваҡытһыҙ китеп барҙы. Беҙҙең арала уны белмәгән, уның тураһында ишетмәгән кеше бармы икән? Моғайын, юҡтыр. Уның исеме район халҡына яҡшы таныш, республикала уны бик ихтирам һәм хөрмәт иттеләр. Һәләтле етәксе, хеҙмәт яратҡан, әҙәпле, намыҫлы, кешелекле кеше – ул үҙ ғүмерен тыуған еренә, туған халҡына хеҙмәт итеүгә бағышланы. Р.Ғ.Мәжитов 1957 йылдың 13 апрелендә Үрге Һаҙ ауылында донъяға килә. Үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген 1974 йылда Мәҡсүт ауыл мәҙәниәт йорто директоры вазифаһында башлай. Совет Армияһы рәттәрендә хеҙмәт иткәс, Үрге Һаҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. 1978 йылдан 1983 йылға тиклем Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында белем ала. Уны уңышлы тамамлап, тыуған районына ҡайта. Яңы Николаевка һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә директор урынбаҫары, Волостновка урта мәктәбе директоры булып эшләй. Йәш етәксенең ойоштороу һәләтен һәм үҙ бурысына яуаплы ҡарауын күреп, 1996 йылда Рәмил Мәжитовты Күгәрсен районы халыҡ мәғарифы идаралығы начальнигы вазифаһына ҡуялар. Рәмил Ғиниәт улы мәғариф бүлеген етәкләгән осорҙа белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға, белем биреү сифатын күтәреүгә ҙур иғтибар бирелә. 2003 йылда уны Күгәрсен районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләйҙәр. Районды ул етәкселек иткән осорҙа хужалыҡтар, предприятиелар, учреждениелар һәм ойошмаларҙың матди-техник базаһын нығытыу, яңы социаль-мәҙәни объекттар төҙөү, иҫкеләрен реконструкциялау, ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса күп эштәр башҡарыла. 2008 йылда инициативалы, етәкселек итеүгә һәм эште ойоштороуға һәләте ҙур булған Р.Ғ.Мәжитовты Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе итеп һайлайҙар. Тормош тәжрибәһе, оҙаҡ йылдар район менән етәкселек итеүе, тәрән белеме һәм зирәк аҡылы уға республика кимәлендә ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы атҡарырға ярҙам итә. 2010-2018 йылдарҙа ул Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтын, 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһының иретеү-монтажлау һәм сәнәғәт етештереү колледжын етәкләй.

Районыбыҙ, бөтәбеҙ ҙә оло юғалтыу кисерҙек – ҡаты ауырыуҙан арҙаҡлы һәм хөрмәтле яҡташыбыҙ – Мәжитов Рәмил Ғиниәт улы арабыҙҙан бик ваҡытһыҙ китеп барҙы.
Беҙҙең арала уны белмәгән, уның тураһында ишетмәгән кеше бармы икән? Моғайын, юҡтыр. Уның исеме район халҡына яҡшы таныш, республикала уны бик ихтирам һәм хөрмәт иттеләр. Һәләтле етәксе, хеҙмәт яратҡан, әҙәпле, намыҫлы, кешелекле кеше – ул үҙ ғүмерен тыуған еренә, туған халҡына хеҙмәт итеүгә бағышланы.
Р.Ғ.Мәжитов 1957 йылдың 13 апрелендә Үрге Һаҙ ауылында донъяға килә. Үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген 1974 йылда Мәҡсүт ауыл мәҙәниәт йорто директоры вазифаһында башлай. Совет Армияһы рәттәрендә хеҙмәт иткәс, Үрге Һаҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. 1978 йылдан 1983 йылға тиклем Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында белем ала. Уны уңышлы тамамлап, тыуған районына ҡайта. Яңы Николаевка һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә директор урынбаҫары, Волостновка урта мәктәбе директоры булып эшләй. Йәш етәксенең ойоштороу һәләтен һәм үҙ бурысына яуаплы ҡарауын күреп, 1996 йылда Рәмил Мәжитовты Күгәрсен районы халыҡ мәғарифы идаралығы начальнигы вазифаһына ҡуялар. Рәмил Ғиниәт улы мәғариф бүлеген етәкләгән осорҙа белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға, белем биреү сифатын күтәреүгә ҙур иғтибар бирелә. 2003 йылда уны Күгәрсен районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләйҙәр. Районды ул етәкселек иткән осорҙа хужалыҡтар, предприятиелар, учреждениелар һәм ойошмаларҙың матди-техник базаһын нығытыу, яңы социаль-мәҙәни объекттар төҙөү, иҫкеләрен реконструкциялау, ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса күп эштәр башҡарыла. 2008 йылда инициативалы, етәкселек итеүгә һәм эште ойоштороуға һәләте ҙур булған Р.Ғ.Мәжитовты Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе итеп һайлайҙар. Тормош тәжрибәһе, оҙаҡ йылдар район менән етәкселек итеүе, тәрән белеме һәм зирәк аҡылы уға республика кимәлендә ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы атҡарырға ярҙам итә. 2010-2018 йылдарҙа ул Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтын, 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһының иретеү-монтажлау һәм сәнәғәт етештереү колледжын етәкләй.
Рәмил Ғиниәт улының республика һәм халыҡ өсөн эшләгән эштәре лайыҡлы баһаланды – бихисап наградалары шуға асыҡ дәлил. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Р.Ғ.Мәжитов Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһы дөйөм мәғарифының почетлы хеҙмәткәре исемдәренә лайыҡ булды, ул сәйәси фәндәр кандидаты һәм Зәйнәб Биишева исемендәге район премияһы лауреаты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге йылдарында ул хеҙмәттәштәре, республика, район етәкселеге һәм йәмәғәтселектең ихтирам-хөрмәтен яуланы. Үҙенең күп йыллыҡ хеҙмәт эшмәкәрлегендә Рәмил Ғиниәт улы Башҡортостан Республикаһы һәм район үҫешенә ҙур өлөш индерҙе. Ул бер ваҡытта ла үҙенең һаулығы һәм шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәне.
Рәмил Ғиниәт улы Мәжитов тыуған ерендә яҡты тәрән эҙ ҡалдырҙы. Уның кеүектәр һирәк. Улар әҙ генә. Уның исеме Күгәрсен районы йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр менән яҙылған.
Рәмил Ғиниәт улы хаҡындағы хәтирәләр беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Ғ.Ғ.Янбаев, Д.В.Ҡаразбаев, В.Ғ.Аҙнағолов, С.Ш.Мырҙабаева, А.З.Сәйфуллин, М.Ф.Чижков, Г.Т.Абдуллина, В.Т.Павлов, И.К.Сафин, Р.Р.Әхмәтйәнов.
Читайте нас: