Яманташта осраған матур йән эйәһенең береһе - йәшел тумыртҡа. Уны буҙ тумыртҡа, йәшел буҙ тумыртҡа, буҙ башлы тумыртҡа тип тә йөрөтәләр. Тамағы, түше аҡһыл һарғылт йәшел, маңлайындағы бәләкәй ҡыҙыл тап ата ҡоштарҙа ғына була. Тауышы яңғырауыҡлы: "киәй- киәәй" тип ҡысҡыра.