Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Октябрь 2020, 18:44

Башҡортостанда коронавирус арҡаһында яңы сикләүҙәр индерелә.

Был хаҡта Радий Хәбиров белдерҙе.

Кафе-ресторандарҙа, ашханаларҙа корпоративтар һәм башҡа күп кеше ҡатнашлығындағы саралар уҙғарыу тыйыла.

Эшләп йөрөгән йөклө ҡатын-ҡыҙҙар өйҙән эшләүгә күсерелә.

Медицина университетының сығарылыш курстары студенттары медицина учреждениеларына эшкә ебәрелә.

Һәр ойошмала үҙ медицина инспекторы тәғәйенләнә. Ул эш башланыр алдынан бөтә хеҙмәткәрҙәрҙең хәлен тикшерергә, шулай уҡ кешеләрҙең күпләп йыйылыуына юл ҡуймаҫҡа тейеш.

Кинотеатрҙарҙа залдарҙың тулылығы 50 проценттан 30 процентҡа тиклем кәметелә.

Битлек кеймәгән пассажирҙар транспорттан төшөрөп ҡалдырыла.

Башҡортостанда шәкәр диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән яфаланғандарға үҙ аллы изоляция режимы индерелә.
Читайте нас: