Быйылғы көҙ үҙенең йылы һәм сыуаҡ тороуы менән һөйөндөрә. Шулай ҙа Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, 21-24 октябрҙә көндәр бер аҙ һыуыта - минус 1-3 градус һалҡындар көтөлә, болотло буласаҡ, урыны менән ҡар яуыуы ихтимал. Әммә көндөҙ республикала 0-дән 2 градусҡа тиклем йылытасаҡ һәм тәүге яуған ҡар ҙа тиҙ арала иреп бөтөр, тип күҙаллана.
Ә инде 26 октябрҙән республикала йәнә йылы көндәр ҡайта. Ноябрь баштарына тиклем көндөҙ һәм төндә лә термометр бағанаһы нулдән төшмәйәсәк, көндөҙ 5 градусҡа тиклем йылытасаҡ.
Халыҡ һынамышы буйынса, тәүге ҡар яуғандан һуң 40 көн үткәс, ҡар ятыр тиҙәр. Тимәк, быйыл ҡарҙың яуыуы ноябрҙең һуңғы көндәренә тап киләсәк. Ҡасан ерҙе ап-аҡ ҡар ҡаплар, уныһын ваҡыт күрһәтер, шулай ҙа халыҡ юрауын да иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайыҡ. Әлегә йылы һәм ҡоро көҙ айы менән күңелдәребеҙҙе күтәрәйек, уңышлы көндәр һәммәбеҙгә юлдаш булһын!