Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Октябрь 2020, 15:00

Тирә-яҡты таҙа тотоу - беҙҙең ҡулда

Метеорология белгестәре һауа торошо боҙола – көҙҙөң матур көндәренә алмашҡа ямғырлы көндәр килә тип иҫкәртә. Тимәк, йонсоу көндәр башланғансы баҡсалағы эштәрҙе тамамлап ҡуя һалырға кәрәк. Эштәр иһә етәрлек: роза, пион, лилиә кеүек күп йыллыҡ сәскәләрҙең ҡояшҡа үрелеп үҫкән ботаҡтарын ҡырҡырға, һарымһаҡ сәсеп ҡуйырға, бушап ҡалған түтәлдәрҙе ҡыу үләндәрҙән таҙартырға, һары юрған булып ергә түшәлгән япраҡтарҙы йыйып алырға һ.б.Бындай эштәр “Таҙалыҡ көнө” акцияһына ярашлы, йәмәғәт урындарында ла бара. Мәҫәлән, бөгөн беҙҙең мәғлүмәт үҙәге ҡыҙҙары редакция бинаһы алдындағы түтәлдәргә ләлә сәскәләре ултыртһа, Ялсы ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре мәҙәниәт усағының тирә-яғын йыйыштырып, кипкән япраҡтарҙы һепереп алған.

Метеорология белгестәре һауа торошо боҙола – көҙҙөң матур көндәренә алмашҡа ямғырлы көндәр килә тип иҫкәртә. Тимәк, йонсоу көндәр башланғансы баҡсалағы эштәрҙе тамамлап ҡуя һалырға кәрәк. Эштәр иһә етәрлек: роза, пион, лилиә кеүек күп йыллыҡ сәскәләрҙең ҡояшҡа үрелеп үҫкән ботаҡтарын ҡырҡырға, һарымһаҡ сәсеп ҡуйырға, бушап ҡалған түтәлдәрҙе ҡыу үләндәрҙән таҙартырға, һары юрған булып ергә түшәлгән япраҡтарҙы йыйып алырға һ.б.
Бындай эштәр “Таҙалыҡ көнө” акцияһына ярашлы, йәмәғәт урындарында ла бара. Мәҫәлән, бөгөн беҙҙең мәғлүмәт үҙәге ҡыҙҙары редакция бинаһы алдындағы түтәлдәргә ләлә сәскәләре ултыртһа, Ялсы ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре мәҙәниәт усағының тирә-яғын йыйыштырып, кипкән япраҡтарҙы һепереп алған.
Читайте нас: