Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Октябрь 2020, 23:28

Үҫмерҙәр араһында яңы хәүефле уйын!

Интернетта балаларға, үҫмерҙәргә йүнәлтелгән яңынан-яңы "ау" саралары уйлап табылып ҡына тора. Әле бына социаль селтәрҙәрҙәге, ватсаптағы ата-әсәләр чаттарына “Бер тәүлеккә юҡҡа сыҡ” тип аталған уйын тураһында иҫкәртеүҙәр таратыла башланы.

Интернетта балаларға, үҫмерҙәргә йүнәлтелгән яңынан-яңы "ау" саралары уйлап табылып ҡына тора. Әле бына социаль селтәрҙәрҙәге, ватсаптағы ата-әсәләр чаттарына “Бер тәүлеккә юҡҡа сыҡ” тип аталған уйын тураһында иҫкәртеүҙәр таратыла башланы.
Был "уйын" бер-ике йыл элек Мәскәү кеүек ҙур ҡалаларҙа киң таралып, әле төбәктәргә лә килеп етте. Асылы: үҫмергә бер кемгә лә бер нәмә лә әйтмәйенсә, һыу ҙа, ризыҡ та, телефон да алмайынса, 24 сәғәткә юҡҡа сығырға, бер кем дә таба алмаҫлыҡ итеп йәшенергә тәҡдим итәләр. Бурысты теүәл үтәгән кеше социаль селтәрҙә үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашырға тейеш. Тағы шуныһы хәүефле: үҫмерҙәр социаль селтәрҙәге төркөмдәрҙә кемдең нисек йәшенеүе, уны нисек эҙләүҙәре тураһында бер-береһенә “маҡтанып” хәбәр итә...
Мәҫәлән, былтыр Мәскәү янындағы Измайловола 13 йәшлек бала юғала. Дәрестән ҡайтып килгән ерҙән юҡҡа сыҡҡан ҡыҙҙы эҙләргә полиция күтәрелә, “Лиза Алерт” ирекмәндәре, мәктәп уҡытыусылары, кластың ата-әсәләре ҡушыла. Ә баланың ата-әсәһенең ошо тәүлек эсендә ни кисергәнен аңлатыу кәрәкме икән?.. Ҡыҙыҡай табыла. Үҙенең ҡылығын социаль селтәрҙә әлеге уйын хаҡында уҡыуы һәм уйнап ҡарағыһы килеүе менән аңлата...
Белгестәр, психологтар балалар менән бындай уйындарҙың хәүефе, ниндәй эҙемтәләргә килтереүе тураһында әңгәмәләшергә, улар аралашҡан төркөмдәргә, чаттарға, баланың ҡыҙыҡһыныуҙарына, үҙ-үҙен тотошона иғтибарлы булырға саҡыра. Был осраҡта иң мөһиме – үҫмер менән ата-әсә араһында ышанысҡа ҡоролған мөнәсәбәттең булыуы, ти психологтар. Балағыҙға интернетта нимә тәҡдим итһәләр ҙә, был хаҡта ул иң тәүҙә икеләнмәйенсә тап һеҙгә – атай-әсәйенә һөйләй алырға тейеш.
Фото: heaclub.ru
Читайте нас: