Сирбай ауылы бәләкәй генә булһа ла, матур, татыу, берҙәм халҡы менән данлы. Эшһөйәрҙәр, уңғандар төйәге тиһәң дә була. Ҡайһы ғына өйҙө, кемеһен генә алма – тырышып донъя көтә, балалар үҫтерә, лайыҡлы йәшәргә ынтыла. Ғүмәр ағай менән Гөлнара апай Ниғмәтуллиндар ҙа шундайҙар иҫәбендә.