Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире урынбаҫары, яҙыусы:
- Халыҡ ни өсөн гәзит-журналға яҙылмай тиһеңме? Был һорауға аныҡ ҡына шундай-шундай сәбәптәр бар, йәғни, бына бит, халыҡ яҙылырға теләмәй, гәзит ҡиммәт, баҫмаларҙың сифаты насар тип кенә яуап биреп булмай. Китаптар һатылмаһа ла, бына, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынмай кеше, китап уҡымай тип ғәйепләргә ынтылырға кәрәкмәй.
Совет осоронда гәзит-журнал төп мәғлүмәт сығанағы булды. Ә бөгөн ул телевидение, радио, интернет аша киңерәк масштабҡа тарала, тимәк, уның уҡыусылар даирәһе киңәйә. Бына уйлап ҡарағыҙ: телевизорҙа ниндәй генә кинолар, фильмдар, концерттар, күрһәтмәйҙәр, театрҙарҙа ниндәй генә тамашалар юҡ, төрлө спектаклдәр бара, радио аша көнө-төнө йырҙар яңғырап тора. Ә бит ошо күренештең нигеҙендә нәҡ әҙәбиәт, нәҡ китап, нәҡ баҫма һүҙ ята.
Ҡулланылышҡа интернет килеп инһә лә, әҙәбиәттән, матбуғаттан төңөлмәне халыҡ. Был өлкәләр, киреһенсә, яңы киңлек, яңы форма алды, ҙурыраҡ аудиторияға таралды. Мәҫәлән, һин берәй уҡымлы ғына мәҡәләңде ҡуяһың икән, ти, сайтҡа, уны шул уҡ минуты-сәғәтендә әллә күпме кеше уҡып сыға ала. Гәзиткә яҙылғаны ла, яҙылмағаны ла, гәзит тиражынан өс-дүрт тапҡырға күберәк кеше инеп ҡарай. Интернеттың килеп сығыуы ул - милли матбуғатты һаҡлаусы бер сара ла ул. Тик ул да мәңгелек түгел. Әле бына Америкала, Европала киреһенсә ҡағыҙ форматҡа ҡайтыу башланды. Был нимә тураһында һөйләй һуң? Тимәк, беҙҙә лә шул хәл буласаҡ. Беҙ ҙә электрон осорҙо үтеп, кире ҡағыҙ гәзит-журналдарға әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ. Кеше виртуаль донъянан арыны. Интернеттағы дөрөҫмө, дөрөҫ түгелме мәғлүмәтте ҡабул итеп арыны.
Ә бына халыҡты ҡыҙыҡтырыу, уны йәлеп итеү өсөн гәзит-журналда аналитикаға бик ныҡ иғтибар итергә кәрәк. Гәзит ул күптән мәғлүмәт сығанағы булыуҙан туҡтаны. Хатта оперативлыҡ тигәндә лә, гәзиттәр өлгөрмәй. Донъяла, илдә, республикаламы, райондамы барған хәл-ваҡиғаны хәҙер эҫе килеш кенә интернеттан, телевидениенан, радионан ишетергә була. Шуға кешегә уйландырырлыҡ аналитик мәҡәләләр тәҡдим итергә кәрәк. Хатта ябай сараларҙы яҡтыртҡанда ла, мәғлүмәт еткереүгә ҡарағанда фекер йөрөтөүгә өҫтөнлөк биреү күпкә, бик күпкә отошло буласаҡ. Замана матбуғаты аналитик, культурологик юҫыҡта булырға тейеш. Аналитик фекер йөрөтөүгә һәләтле журналист өсөн хәҙер киң офоҡтар асылды.
Ә гәзиттең киләсәге бар. Сөнки ташҡа баҫылған һүҙ генә тарихта ҡала, ташта баҫылған мәғлүмәт кенә -документ.