Ҡара икмәк
Һомғол булам тиеп гүзәл заттар
Ҡара икмәк ашай (заманы!)
Ҡара икмәк –ҡоро икмәк ашап
Өләсәйем иҫән ҡалғанын
һөйләр ине беҙгә -балаларға
Икмәк һалған һайын мейескә.
Йәшкәҙәгән күҙен һөртә-һөртә,
Яфа күргәнлеген ниместән.
“Аҡ икмәкте ашар заман өсөн
Башын һалды атай һуғышта.
Йән ялғарлыҡ телем ҡара икмәк-
Үлем менән шулай алыштыҡ”.
О, был һуғыш!
О, был бөйөк һуғыш!
Бөйөк микән һуғыш тигәне?
Әрнеп китә йөрәк тәмләгәндә
Көйөп бешкән арыш икмәген.
...Ҡара икмәк-ҡоро икмәк ашап
Өләсәйҙәр иҫән ҡалғандар.
Һомғол буйлы, нәфис булам тиеп
Ҡара икмәк ашай ҡатындар...