Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Октябрь 2020, 13:56

Бөгөн – ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө

Бөгөн - халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө икән, ҡыҫҡаһы, беҙҙең байрам! Ләкин, ауылдағы ҡатын-ҡыҙҙың был байрамды байрам итеп ултырырға ваҡыты булырмы икән һуң?!Иртән таңдан тороп, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫтәй эштәр артынан сабырға тотона бит ул, ауыл ҡатын-ҡыҙы. Күрер күҙгә күренмәгән ниндәй генә эштәр башҡармай ул. Һанап китһәң, осона ла сығырлыҡ түгел. Быларҙы тик фәҡәт ауылда йәшәгән ҡатын-ҡыҙ ғына белә. Һыйыр һауыу, көтөү ҡыуыу, һөт айыртыу, бәпкә-себеш ашатыу, һыуға барыу, ашарға бешереү, кер-иҙән йыуыу, баҡса утау - былары эре эштәргә һанала. Аллаға шөкөр, ауылда ла ғүмер буйына йәшәгәндәр, бер кем дә зарланып ултырмаған. Ҡыҫҡаһы, барлыҡ ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына именлек-һаулыҡ, иман байлығы, балалар шатлығы, күңел тыныслығы, бәрәкәт һәм сабырлыҡ насип булһын.

Бөгөн - халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө икән, ҡыҫҡаһы, беҙҙең байрам! Ләкин, ауылдағы ҡатын-ҡыҙҙың был байрамды байрам итеп ултырырға ваҡыты булырмы икән һуң?!
Иртән таңдан тороп, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫтәй эштәр артынан сабырға тотона бит ул, ауыл ҡатын-ҡыҙы. Күрер күҙгә күренмәгән ниндәй генә эштәр башҡармай ул. Һанап китһәң, осона ла сығырлыҡ түгел. Быларҙы тик фәҡәт ауылда йәшәгән ҡатын-ҡыҙ ғына белә. Һыйыр һауыу, көтөү ҡыуыу, һөт айыртыу, бәпкә-себеш ашатыу, һыуға барыу, ашарға бешереү, кер-иҙән йыуыу, баҡса утау - былары эре эштәргә һанала. Аллаға шөкөр, ауылда ла ғүмер буйына йәшәгәндәр, бер кем дә зарланып ултырмаған.
Ҡыҫҡаһы, барлыҡ ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына именлек-һаулыҡ, иман байлығы, балалар шатлығы, күңел тыныслығы, бәрәкәт һәм сабырлыҡ насип булһын.
Читайте нас: